Башҡортостанда парламентаризм:барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы

Парламентаризм дәүләт власының вәкиллекле һәм закондар сығарыусы органдарының барлыҡҡа килеүе һәм эшмәкәрлеге менән бәйле ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлы системаһынан ғибәрәт. Дәүләт власын ҡороуҙың был системаһы власты айырыу, закондың өҫтөнлөгө, парламенттың әйҙәүсе роле принциптарына нигеҙләнә.

Ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең был өлкәһен яйға һалыусы ҡағиҙәләр тарихи традициялар, ижтимағи-мәҙәни мөхит шарттары, сәйәси конъюнктура менән бәйле. Был сәйәси-хоҡуҡи күренеш вәкиллек функцияларын тормошҡа ашырыу, ниндәйҙер бер ойошманың тотош йәмғиәттең йәиһә уның күпселегенең ихтыярын белдереү менән тығыҙ бәйле. Һайланған орган йәиһә власть институты булып торған был ойошма йәмғиәт мәнфәғәттәрен һәм ихтыяждарын сағылдыра һәм парламент тип атала. Уның эшмәкәрлеге вәкиллекле демократияның түбәндәге идеяларын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота: бер кеше икенсеһе менән уның ризалығынан тыш идара итә алмай; һәр бер кеше туранан-тура дәүләт менән идара итеүҙә ҡатнаша алмай; уның мәнфәғәттәрен парламентта ярашлы хоҡуҡтары һәм вәкәләттәре булған ышаныслы кеше тормошҡа ашыра.

Башҡортостанда парламентаризм тарихы үҙенең тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Ул, кешеләр үҙен халыҡ булараҡ танып, йәшәйеш барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп эшләй башлау осоронда барлыҡҡа килә. Башҡорттарҙың ижтимағи эшмәкәрлеге мөһим ижтимағи мәсьәләләрҙе халыҡ йыйылыштарында – йыйында йәки ҡоролтайҙа хәл итеү һәм тормошҡа ашырыу менән бәйле. Йыйындарҙа һәм ҡоролтайҙарҙа һуғыш һәм тыныслыҡ, ҡәбиләләр берләшмәләрен ойоштороу, йәмәғәт менән идара итеү, ер биләмәләре менән идара итеү кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелгән. Бөтә башҡорт халҡының халыҡ вәкиллегенең традицион демократик институты булып башҡорт йыйындары торған. Унда бәлиғ булған һәр ир кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә булған. Йыйындар Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнән көньяҡтараҡ урынлашҡан Сиснаҡтау тауында үткәрелгән.

Башҡорттарҙың йәмәғәт тормошонда парламентаризм күренешенең тағы ла бер мөһим формаһы – аҡһаҡалдар советы. Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған вәкиллек функцияһын тормошҡа ашырыуҙың формаль булмаған был формаһы йәмәғәт тормошона дәүләт власын тормошҡа ашырыуҙың кантондар системаһын индерә башлағанға (XVII быуат аҙағына) тиклем һаҡланған.

Башҡортостанда парламентаризмдың ХХ быуатҡа тиклем барған артабанғы формалашыу юлы уның Рәсәйҙәге үҫеш юлы менән бәйле. Дәүләт менән идара итеүҙә киң ҡатлам халыҡ мәнфәғәттәрен һәм уның тормошҡа ҡарашын иҫәпкә алыу кәрәклеге дәүләт власының вәкиллекле органы булараҡ Дәүләт Думаһын барлыҡҡа килтереүҙе шарт итеп ҡуя. Ул император Николай II манифесы менән 1905 йылдың 6 авгусында ойошторола һәм уның эшендә Рәсәй төрки халыҡтарының ихтыярын кәүҙәләндереүсе 22 мосолман депутаты ҡатнаша. Рәсәйҙең тәүге вәкиллекле органы тейешле дәрәжәлә статусҡа эйә була, көслө башҡарма власть органдарын тотороҡландырыусы көс булып ойоша алмай.

Беренсе бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 20 июлендә Ырымбур ҡалаһында Ҡарауан-Һарай бинаһында үтә. Уның эшендә 70 делегат ҡатнаша. Президиумға З. Вәлиди, С. Мерәҫов, Х. Иҙелбаев, Ғ. Ҡорбанғәлиев инә.

Ырымбур ҡалаһындағы I Бөтә башҡорттар ҡоролтайы эшләгән Ҡарауан-Һарай бинаһы

Ҡоролтайҙа Рәсәйҙә дәүләт ҡоролошоноң һәм Башҡортостан менән идара итеүҙең формаһын билдәләү, башҡорт ғәскәрен барлыҡҡа килтереү һәм һуғышҡа мөнәсәбәт, ижтимағи тормоштоң уҡыу-уҡытыу, ҡатын-ҡыҙға ҡараш, урындағы идара органдарын булдырыу мәсьәләләре ҡарала.

Ҡоролтайҙа Өлкә Шураһы (Советы) һайлана. Уның рәйесе итеп Ш. Манатов тәғәйенләнә. Унда шулай уҡ дәүләт, Башҡортостан менән идара итеү нигеҙҙәре, ойоштороу йыйылышы һәм Башҡорт Шураһы тураһында ҡарарҙар ҡабул ителә.

Советтарҙың I Бөтә башҡорттар съезы үткән һәм БашЦИК Президиумы эшләгән бина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1920 йыл

II Башҡорт ҡоролтайы (съезы) 1917 йылдың 25-30 авгусында Өфө ҡалаһында үтә. Өлкә Шураһы яңынан һайлана һәм уның составына Ш. Манатов, З. Вәлиди, И. Мутин, Ғ. Айытбаев һәм башҡорт милли хәрәкәтенең башҡа күренекле вәкилдәре инә. Көн тәртибенә Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошо, башҡорттарҙың милли автономияһы, Башҡортостан менән идара итеү, Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар һәм башҡа мәсьәләләр ҡуйыла.

Бөтә башҡорт ойоштороу Ҡоролтайы 1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбур ҡалаһында үткәрелә. Унда Бәләкәй Башҡортостан (9 кантон) сиктәрендә автономияға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡарала, вәкиллекле һәм башҡарма органдар ойоштороу, уларҙың Рәсәй дәүләт идаралығы органдары менән бәйләнеш нигеҙҙәрен булдырыу өлкәһендә эштәр алып барыла. Республика ҡарамағына йәмәғәт хәүефһеҙлеген булдырыу, һалым йыйыу һәм уны сарыф итеү, суд, ҡораллы көстәр ойоштороу, халыҡ мәғарифы, капитал, ер һәм ер аҫты менән эш итеүгә ҡағылышлы һорауҙар индерелә. Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡорт хөкүмәте ойошторола. Уның Рәсәйҙең эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостандың совет автономияһы тураһында Килешеүен төҙөүе Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ формалашыуында, Башҡортостан менән килешеү мөнәсәбәттәренең урынлашыуында ҙур роль уйнай.

Башҡортостанда парламентаризмдың үҫешендә I–Х Башҡортостан советтары съездары ла хәл иткес көскә эйә булды. Улар халыҡтың һайланып ҡуйылған вәкилдәре тарафынан сәйәси ҡарарҙарҙы әҙерләү һәм ҡабул итеү менән бәйле совет традицияларының үҫеш һәм формалашыу юлында парламентаризмдың айырым бер этабын (1920–1937 йылдар) тәшкил итә.

Профессиональ нигеҙҙә эшләүсе заманса парламенттың башланғысы булып 1938 йылдың 26 июнендә үткәрелгән РСФСР-ҙың Юғары Советына һәм БАССР-ҙың Юғары Советына һайлауҙар тора. БАССР Юғары Советының был саҡырылышының беренсе сессияһында (1938 йылдың 25–28 июле) даими эшләүсе орган булып БАССР Юғары Советының Президиумы һайлана, Халыҡ Комиссарҙары Советы ойошторола. Юғары Советтың һәм уның Президиумының эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн БАССР Юғары Советының Президиумы аппараты, шулай уҡ Юғары Совет Президиумы эштәре идаралығы ойошторола. Юғары Советтың Президиумы аппараты эшмәкәрлеге нигеҙендә закондар һәм башҡа ҡарарҙар проекттары әҙерләнә, улар депутаттар ҡарамағына сығарыла.

Башҡортостанда хәҙерге заман парламент системаһының барлыҡҡа килеүе ХХ быуаттың 90-сы йылдарына ҡайтып ҡала. Был күренеш йәмәғәт тормошонда плюрализм, күп партиялылыҡ системаһының, һүҙ, матбуғат, йыйылыштар ирке принциптарының ҙур әһәмиәт тота башлауы менән бәйле. Закондар сығарыусы органдарҙа вәкиллек конкурентлыҡ принцибына нигеҙләнә. Уны тормошҡа ашырыуҙың сағыу күрһәткесе булып Башҡортостан Ресубликаһы Юғары Советының ХII саҡырылыш депутаттарын һайлау, уларҙың эшен ойоштороу һәм тәьмин итеү тора. Был парламентаризмдың төп һыҙаттарының береһе булған халыҡ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыуға һәм яҡлауға нигеҙләнә.

Юғары Советтың ХII саҡырылыш эшмәкәрлеге Башҡортостан яҙмышында хәл иткес роль уйнаған сәйәси-хоҡуҡи документтар әҙерләү һәм ҡабул итеү менән билдәләнә. Улар иҫәбендә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, шулай уҡ йәмғиәт тормошонда һәм Башҡортостандың закондар системаһын булдырыуҙа мөһим роль уйнаған башҡа норматив-хоҡуҡи акттар бар.

Шул уҡ ваҡытта Юғары Совет, вәкиллек һәм закондар сығарыу функцияһынан тыш, ойоштороу, контролдә тотоу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү кеүек демократик һәм хоҡуҡи дәүләт төҙөү принциптарына тура килмәгән башҡа төр эштәр башҡарыу менән дә шөғөлләнде, шуға күрә уның эшмәкәрлеге үҙгәртеп ҡоролорға тейеш ине.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – Конституция нормаларына ярашлы барлыҡҡа килгән заманса парламент органы. Ул Башҡортостан Республикаһының һайланып ҡуйылған иң юғары вәкиллекле һәм берҙән-бер закондар сығарыусы органы булып тора. Юғары Советтан айырмалы рәүештә, ул закондар сығарыу менән бер рәттән башҡарыу һәм ойоштороу функцияларын үтәмәй. Башҡарма характерҙағы функцияларҙың ҡайһы бер өлөшө - хөкүмәтте формалаштырыу һәм уға етәкселек итеү, ҡайһы бер дәүләт вазифаларына кандидатуралар тәҡдим итеү – Башҡортостан Республикаһы Президентына йөкмәтелгән.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн Президиум һәм Секретариат ойошторолған. Бөгөнгө көндә парламент Башҡортостан Республикаһында парламентаризмдың үҫеш кимәлен, ысын парламент традицияларын

билдәләүсе сәйәси системаның мөһим бер элементы булып тора. Ул сәйәси-хоҡуҡи ҡарарҙар әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә хәл иткес роль уйнай, һәм йәмғиәт һәм дәүләт менән идара итеү системаһының тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ итә.

Башҡортостан парламенты мөһим сәйәси-хоҡуҡи институт булараҡ әле лә демократияның үҫешенә, ысын парламент традицияларының барлыҡҡа килеүенә, Рәсәй Федерацияһында федератив мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүен дауам итә.

Башҡортостандың әлеге үҫеш этабы парламентаризмдың йәмғиәт менән демократик идара итеү системаһы булараҡ аҡрынлап нығына барыуы менән ҡылыҡһырлана һәм граждандар йәмғиәтен барлыҡҡа килтереүҙә, күп партиялылыҡты үҫтереүҙә һәм ижтимағи маҡсаттарҙы билдәләүҙә мөһим роль уйнай.


"