БР ДЙ-Ҡ Рәйесе мөрәжәғәте

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми мәғлүмәт порталында сәләмләйем!

Дәүләт власын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәрен күрһәтеүсе мәғлүмәттәрҙең асыҡ һәм барыһының да улар менән танышыуға хоҡуғы булыуы дәүләт менән идара итеү органдарының эшмәкәрлеге халыҡ мәнфәғәттәре файҙаһына йүнәлтелеүен дәлилләй. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе уның сайтына урынлаштырыу парламентыбыҙҙың эшәмәкәрлегенең асыҡ булыуын тәьмин итеүҙе һәм граждандарҙың уның эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәткә эйә булыуға конституцион хоҡуғын томошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Бында Һеҙ парламент тарихы, парламентаризмдың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш юлдары менән таныша, уның комитеттары һәм комиссиялары эше, депутаттарҙың биографияһы һәм уларҙың эмәкәрлеге тураһында башҡа төрлө мәғлүмәттәр ала алаһығыҙ. Шулай уҡ сайтта Дәүләт Йыйылышы Секретариаты, уның вәкәләттәрен тормошҡа ашырыусы, закондар сығарыу эшмәкәрлегенең уңышын тәьмин итеүсе дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында ла күп мәғлүмәттәр бирелгән.

Рәсми мәғлүмәт порталы закондар сығарыу эшмәкәрлеге менән генә сикләнеп ҡалмай, ул шулай уҡ яңы закон проекттары өлкәһендә алып барылған эштәрҙе лә яҡтырта. Бында пленар ултырыштар, парламент тыңлауҙары, пресс-конференциялар тураһында отчеттар, йәмғиәт тормошондағы башҡа ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр баҫыла һәм йәмәғәтселек ҡаҙанышына әйләнә.

Беҙҙең мәғлүмәти портал Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеге һәм уның депутаттары тураһында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт сығанағы һәм эшебеҙ тураһында йәмәғәтселектә ыңғай фекер тыуҙырыу нигеҙе булып тороуына ышанам.


К. Толкачев, Башҡортостан Республикаһы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе

"