На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға – 15 йыл: күтәрелеш һәм үҫеш юлынан

2010 йылдың 18 мартында Өфө ҡалаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортоноң Ҙур залында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ун биш йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы беренсе, икенсе, өсөнсө, дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы ун икенсе саҡырылыш Юғары Совет депутаттары, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Башҡортостан Республикаһының Президент Советы һәм Хөкүмәт ағзалары, Башҡортостан Республикаһының суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың территориаль органдары һәм республиканың башҡарма органдары етәкселәре, Башҡортостан Республикаһының район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары һәм Советтары рәйестәре, Президент Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты, Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Аппараты хеҙмәткәрҙәре, республиканың йәмәғәт берләшмәләре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Б. Толкачев конференцияла ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны. Ул Башҡортостан парламентының үҫеше үҙенең тамырҙары менән XVI быуатҡа барып тоташыуын, республиканың закондар системаһы формалашыуы ҡатмарлы процестар менән тығыҙ бәйле булыуын билдәләп үтте.

XVI быуатта уҡ Башҡортостанда парламентаризмдың төп элементының береһе булараҡ халыҡ вәкиллегенең традицион институты – йыйын эшләгән. Аҡһаҡалдар советында – парламентаризмдың икенсе мөһим институтында йәмәғәт ағзалары тарафынан мотлаҡ хәл ителәсәк мәсьәләләр тикшерелгән.

Үҙәк Совет власы менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡортостандың совет автономияһы тураһында килешеү төҙөү Башҡортостан менән Рәсәй араһында килешеү мөнәсәбәттәренең законлы дауамы булып тора һәм ул республиканың конституцион-хоҡуҡи статусын барлыҡҡа килтереүгә нигеҙ һала. Килешеүҙә Башҡортостанда дәүләт ҡоролошо, Рәсәй менән Башҡортостандың сәйәси институтарының үҙ-ара мөнәсәбәттәренең нигеҙҙәре билдәләнгән. Уны төҙөү Рәсәй Федерацияһының федератив дәүләт булараҡ ойошторола башлауын һәм Башҡортостан уның субъекты булараҡ барлыҡҡа килеүен аңлата.

Был документты әҙерләүҙә 1917 йылдың декабрендә ойошторолған һәм эшмәкәрлеген 1920 йылға тиклем дауам иткән Кесе Ҡоролтай мөһим роль уйнай. Башҡортостанда парламентаризм традициялары артабан Советтар съездары эшмәкәрлеге нигеҙендә үҫешә. Башҡортостандың беренсе һәм икенсе Конституциялары Бөтә башҡорт съездары, өсөнсө Конституция 1978 йылдың 30 майында БАССР-ҙың Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә.

Ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаттары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында тарихи декларацияһы иғлан ителә. Бөтә артабанғы аҙымдар – 1992 йылда Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымта менән Федератив Килешеүгә ҡул ҡуйыу, 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын ҡабул итеү, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында 1994 йылдың 3 авгусында Договор төҙөү – дәүләт суверенитеты тураһында Декларация положениеларын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыуҙың дауамы булып тора.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы бөтә мөһим ижтимағи-сәйәси процестар Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе, артабан Башҡортостан Республикаһының Президенты М. Ғ. Рәхимовтың исеме менән тығыҙ бәйле, ул Башҡортостандың конституцион-хоҡуҡи статусы нигеҙҙәрен нығытыуға ҙур өлөш индерҙе.

Ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаттары дәүләт власын төрлө властарға айырыу принцибын тормошҡа ашырыуҙың хоҡуҡи механизмын булдырыу, заманға ярашлы закондар сығарыу процесын ойоштороу, парламент эшмәкәрлегенең яңы формаларын һәм методтарын табыу өсөн күп көс һалды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закондар сығарыу власы органы булараҡ ошо механизмдарға, Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошо формаһы тик федерация булыуына инаныуға таянды. Ул һәр саҡ Рәсәйҙең дәүләт булараҡ тотороҡлолоғоноң мөһим – субъекттарҙың үҙ аллылығы, социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫеш халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш тип билдәләне.

90-сы йылдар уртаһында республиканың закондар системаһы үҫешенә беренсе, икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары индергән өлөш ҙур.Дәүләт Йыйылышы структураһы ул ваҡытта ике палатанан тора. 2002 йылда парламент эшмәкәрлегенең оперативлылығын көсәйтеү, закондар сығарыу процесы сығымдарын кәметеү, закон проекттарын белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында Конституцияла республика закондар сығарыу органының бер палаталы структураһы нығытыла.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың маҡсатлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә закондар сығарыуҙың хәҙерге заман системаһы ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары парламент тыңлауҙарында ҡатнашалар, Дәүләт Думаһының һәм Федерация Советының ултырыштарына закон проекттарын тәҡдим итәләр. Республика парламенты эшмәкәрлегенең әһәмиәтле йүнәлештәренең береһе булып Рәсәй Федерацияһының башҡа региондарының закондар сығарыу органдары менән парламент-ара шулай уҡ халыҡ-ара парламент бәйләнештәрен булдырыу тора.

Ошондай дәүләт сәйәсәтен, хоҡуҡи механизм барлыҡҡа килтереү һөҙөмтәһендәБашҡортостан бөгөнгө көндә үҙен үҫешкән социаль-сәйәси институттары булған, цивилизациялы йәшәү шарттары булдырыуға мөмкинлек биргән, көсәйә барыусы баҙар иҡтисады системаһы булған дәүләт итеп танытты.

Өҫкә