На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2009 йылдың тәүге ярты йылында килгән граждандар мөрәжәғәттәренә анализ

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2009 йылдың тәүге ярты йылында граждандарҙан 364 яҙма мөрәжәғәт килде. Был күрһәткес 2008 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 15,3 процентҡа әҙерәк. Мөрәжәғәттәр социаль тәьмин итеү, белем алыу, урындағы үҙидара һәм эске эштәр органдарының, судтарҙың, прокуратураларҙың эше буйынса һиҙелерлек артты.
Был осорҙа граждандарҙан 53 коллектив (14,5 процент) һәм 7 аноним мөрәжәғәт килде.
Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе – 88 мөрәжәғәт – пенсионерҙарҙан, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарынан, инвалидтарҙан, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙән (мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанының 24,2 проценты). Мөрәжәғәттәрҙең ярайһы уҡ ҙур күләме торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһе мәсьәләләренә ҡағыла – 40 мөрәжәғәт (11 процент). Йыш күтәрелгән һорауҙар рәтенә яңы торлаҡ төҙөлөшө зонаһына эләккәндәрҙең торлаҡ йорттарҙан күсергән ваҡытта бирелгән йәшәү майҙаны күләмдәре менән риза булмау, торлаҡ өлкәһендәге федераль һәм республика закондарының айырым положениеларын аңлатыу, йорт төҙөүселәрҙең договор буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәмәү тураһында һорауҙар инә.
Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенә ризаһыҙлыҡ белдереп мөрәжәғәт иткән ялыуҙар 14,5 процентҡа артҡан. 2008 йылда – 47, 2009 йылда – 55. Был өлкәлә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итеүҙең сәбәптәре булып суд ҡарары менән риза булмау, енәйәт һәм граждандар эштәрен тикшергән ваҡытта компетентлы органдарҙың процессуаль нормаларҙы күҙәтмәүе тора.
2008 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда финанс өлкәһенә ҡағылған һорауҙар менән мөрәжәғәттәр бер аҙ кәмене. Был категориялағы мөрәжәғәттәргә тәбиғи бәлә-ҡазаларҙан һуң торлаҡ йорттарҙы элекке хәленә ҡайтарыуҙа, медицина учреждениелары хеҙмәтләндереүенә, балаларҙың уҡыуына түләүҙә финанс ярҙам күрһәтеүҙе һорау кеүек мөрәжәғәттәр инә.
2008 йылдың беренсе яртыһында “Төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау нормативтары” тураһында Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу менән бәйле мәғариф учреждениеларын үҙгәртеп ҡороу менән риза булмау тураһында граждандарҙан мөрәжәғәттәр булды.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеттары адресына килгән мөрәжәғәттәр:

1) Дәүләт төҙөлөшө буйынса - 8

2) Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт
берләшмәләре буйынса - 6

3) Бюджет, һалымдар, финанстар
һәм милек мәсьәләләре буйынса - 2


4) Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт
һәм йәштәр эштәре буйынса - 15


5) Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ
һаҡлау буйынса комитет - 23


6) Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш,
элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса - 4

7) Аграр мәсьәләләр, экология
һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса - 2


Мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанының йөҙ һикһән дүрте ведомство ҡарамағы буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы һәм урындағы власть органдарына, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының башҡарма федераль власть органдары учреждениеларына ебәрелде, шулар араһынан 42 мөрәжәғәт Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһына һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына ебәрелде.

Мөрәжәғәттәрҙе һорауҙар буйынса төркөмләү (проценттарҙа)

1. Сәнәғәт, төҙөлөш, элемтә 2
2. Хеҙмәт һәм эш хаҡы 2
3. Агросәнәғәт комплексы 0
4. Дәүләт һәм сәйәсәт 12
5. Мәғариф, мәҙәниәт һәм информатика 2
6. Халыҡ мәғарифы 6
7. Сауҙа 0
8. Торлаҡ мәсьәләләре 11
9. Социаль тәьминәт 8
10. Финанс мәсьәләләре 4
11. Һаулыҡ һаҡлау 2
12. Коммуналь хеҙмәтләндереү 1
13. Юстиция органдары 15
14. Граждандар мөрәжәғәте менән эштәр 1
15. Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу 1
16. Эске эштәр бүлеге эштәре 5
17. Иҡдисади реформалар 0,1
18. Урындағы үҙидара органдары эштәре 19
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2009 йылдың тәүге ярты йылында граждандарҙан 364 яҙма мөрәжәғәт килде. Был күрһәткес 2008 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 15,3 процентҡа әҙерәк. Мөрәжәғәттәр социаль тәьмин итеү, белем алыу, урындағы үҙидара һәм эске эштәр органдарының, судтарҙың, прокуратураларҙың эше буйынса һиҙелерлек артты. Был осорҙа граждандарҙан 53 коллектив (14,5 процент) һәм 7 аноним мөрәжәғәт килде. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе – 88 мөрәжәғәт – пенсионерҙарҙан, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарынан, инвалидтарҙан, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙән (мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанының 24,2 проценты). Мөрәжәғәттәрҙең ярайһы уҡ ҙур күләме торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһе мәсьәләләренә ҡағыла – 40 мөрәжәғәт (11 процент). Йыш күтәрелгән һорауҙар рәтенә яңы торлаҡ төҙөлөшө зонаһына эләккәндәрҙең торлаҡ йорттарҙан күсергән ваҡытта бирелгән йәшәү майҙаны күләмдәре менән риза булмау, торлаҡ өлкәһендәге федераль һәм республика закондарының айырым положениеларын аңлатыу, йорт төҙөүселәрҙең договор буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәмәү тураһында һорауҙар инә. Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенә ризаһыҙлыҡ белдереп мөрәжәғәт иткән ялыуҙар 14,5 процентҡа артҡан. 2008 йылда – 47, 2009 йылда – 55. Был өлкәлә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итеүҙең сәбәптәре булып суд ҡарары менән риза булмау, енәйәт һәм граждандар эштәрен тикшергән ваҡытта компетентлы органдарҙың процессуаль нормаларҙы күҙәтмәүе тора. 2008 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда финанс өлкәһенә ҡағылған һорауҙар менән мөрәжәғәттәр бер аҙ кәмене. Был категориялағы мөрәжәғәттәргә тәбиғи бәлә-ҡазаларҙан һуң торлаҡ йорттарҙы элекке хәленә ҡайтарыуҙа, медицина учреждениелары хеҙмәтләндереүенә, балаларҙың уҡыуына түләүҙә финанс ярҙам күрһәтеүҙе һорау кеүек мөрәжәғәттәр инә. 2008 йылдың беренсе яртыһында "Төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау нормативтары" тураһында Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу менән бәйле мәғариф учреждениеларын үҙгәртеп ҡороу менән риза булмау тураһында граждандарҙан мөрәжәғәттәр булды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеттары адресына килгән мөрәжәғәттәр: 1) Дәүләт төҙөлөшө буйынса - 8 2) Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса - 6 3) Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса - 2 4) Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса - 15 5) Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет - 23 6) Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса - 4 7) Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса - 2 Мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанының йөҙ һикһән дүрте ведомство ҡарамағы буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы һәм урындағы власть органдарына, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының башҡарма федераль власть органдары учреждениеларына ебәрелде, шулар араһынан 42 мөрәжәғәт Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһына һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына ебәрелде. Мөрәжәғәттәрҙе һорауҙар буйынса төркөмләү (проценттарҙа) 1. Сәнәғәт, төҙөлөш, элемтә 2 2. Хеҙмәт һәм эш хаҡы 2 3. Агросәнәғәт комплексы 0 4. Дәүләт һәм сәйәсәт 12 5. Мәғариф, мәҙәниәт һәм информатика 2 6. Халыҡ мәғарифы 6 7. Сауҙа 0 8. Торлаҡ мәсьәләләре 11 9. Социаль тәьминәт 8 10. Финанс мәсьәләләре 4 11. Һаулыҡ һаҡлау 2 12. Коммуналь хеҙмәтләндереү 1 13. Юстиция органдары 15 14. Граждандар мөрәжәғәте менән эштәр 1 15. Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу 1 16. Эске эштәр бүлеге эштәре 5 17. Иҡдисади реформалар 0,1 18. Урындағы үҙидара органдары эштәре 19 
Өҫкә