На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2011 йылдың тәүге ярты йылында килгән граждандар мөрәжәғәттәренә анализ

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2011 йылда  граждандарҙан 867 яҙма мөрәжәғәт килде. Был күрһәткес 2010 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 28,6 процентҡа әҙерәк.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими комитеттары һәм депутаттары адресына 132 мөрәжәғәт килде.

Мөрәжәғәттәрҙең ярайһы уҡ ҙур күләме хоҡуҡ һаҡлау органдарының эше мәсьәләләре буйынса һорауҙар. Дөйөм мөрәжәғәттәрҙән хоҡуҡ һаҡлау органдарының эше мәсьәләләре буйынса хаттар – 18,9 процент, торлаҡ мәсьәләләре буйынса – 11,5 процент һәм урындағы үҙидара органдары эше буйынса 16.8 процент тәшкил итә.

Республика ҡала һәм райондары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренең эше буйынса мөрәжәғәттәр 1.9 тапҡырға кәмегән. Был категориялағы күпселек мөрәжәғәттәр күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты һәм күләме торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр менән ярашлы булмауына бәйле.

Граждандарҙы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә тарифтарға һәм энергоресурстарға хаҡтарҙың артыуы борсой. Улар шулай уҡ идара итеү компанияларының был йүнәлештә халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендәге закондарҙы теүәл үтәмәүе борсой.

Хеҙмәт өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙә граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолоуы менән бәйле (эш хаҡының ваҡытында түләнмәүе, ойошмалар, предприятиелар етәкселәренең хеҙмәткәрҙәргә ҡарата хоҡуҡи булмаған алымдар ҡулланып эш итеүе), эшкә урынлаштырыу менән бәйле мөрәжәғәттәр 2011 йылда кәмегән. Эшкә урынлашыу проблемаларын хәл итеү буйынса йышыраҡ йәштәр, уҡыу йорттарын тамамлаусылар мөрәжәғәт итте.

Торлаҡ мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәрҙең һаны ғәҙәттәгесә  юғары килеш һаҡланып килә. Был категорияла күберәген авария хәлендә һәм йәшәү өсөн ҡулай түгел тип табылған йорттарҙан яңыларына күсереү ваҡытында урындағы үҙидара органдарының һәм төҙөүсе ойошмаларҙың закондарҙы боҙоу осраҡтарына ялыуҙар тәшкил итә. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһендә был өлкәләге федераль һәм республика закондарының айырым положениеларына аңлатма биреү һорала.

Хоҡуҡ өлкәһендәге тәртиптең һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең законға ярашлылығын тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр 2010 йыл менән сағыштырғанда 29.6  процентҡа кәмегән. Был блоктағы мөрәжәғәттәрҙең күбеһен енәйәт һәм граждандар эштәрен тикшереү өлкәһендәге ялыуҙар тәшкил итә. Күп һанлы ялыуҙар граждандар эше буйынса суддарҙың ҡарарын үтәүҙе оҙонға ебәреү, суд тикшереүе барышында процессуаль нормаларҙы боҙоу осраҡтарына бәйле.

2011 йылда  һәм мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр һаны ла 13.3 процентҡа кәмегән.

Урындағы үҙидара органдарының эше буйынса граждандар мөрәжәғәттәре элеккесә юғары кимәлдә һаҡланып ҡалған. Мөрәжәғәттәрҙең дөйөм массаһынан уларҙың һаны 16.8 процент тәшкил итә.

Граждандар үҙҙәренең мөрәжәғәттәрендә халыҡ йәшәгән урындарҙа, өй эргәһе территорияларында йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, юлдар төҙөү һәм уларҙы реконстркуциялау, һыу үткәреү селтәрҙәрен реконструкциялау мәсьәләләрен күтәрәләр.

Күп осраҡтарҙа граждандар муниципаль райондар, ҡала округтары һәм ауыл советтары Хакимиәт башлыҡтарына уларҙың муниципаль милек һәм ер ресурстары менә идара итеү барышындағы эштәре буйынса ялыу яҙалар.

2011 йылда ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙан ер алыуға хоҡуғы булған граждандар категориялары исемлеген билдәләү, ер пайҙарын таратыу тәртибен һәм шарттарын боҙоуға ҡағылған мөрәжәғәттәр булды. Граждандар шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн күп балалы ғаиләләргә бушлай ер биреү тураһындағы муниципаль органдарҙың норматив акттарҙы ҡабул итеүҙе ярайһы уҡ һуңлатыуға зарланалар.

Алдағы йылдарҙағы күек үк Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округынан байтаҡ ялыуҙар килде. Атап әйткәндә авария хәлендәге һәм иҫке өйҙәрҙән күсереү мәсьәләләренә, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренең эшенә, яңы биналар төҙөгән ваҡытта ҡала төҙөү нормаларын боҙоуға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр күп килә.

Үткән йылда өлөшләтә торлаҡ төҙөүҙә ҡатнашып алданыусыларҙан килгән мөрәжәғәттәр килеүе дауам итте. Ялыуҙарҙа улар эштәренә яуапһыҙ ҡараған төҙөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу, дәүләттең йорттарҙы төҙөп бөтөүҙә ярҙам итеүен һорайҙар.

2010 йылдағы кеүек үк һуғыш, хеҙмәт ветерандарынан, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙән мөрәжәғәттәр күп булды – 107. Уларҙың күбеһендә пенсия, дарыуҙар  менән тәьмин ителеш, торлаҡ һәм юғары белем алыу мөмкинлеген киңәйтеү мәсьәләләре күтәрелә. Был категория граждандарын торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, электр энергияһына, газға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы борсой. Мөрәжәғәттәрҙә шулай уҡ балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына урынлаштырыуға ҡағылған һорауҙар йыш осрай.

2011 йылда барлығы 67 коллектив һәм 7 аноним мөрәжәғәт ҡабул ителде. Мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан 214 мөрәжәғәт Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайты аша ҡабул ителде.

Өҫкә