Парламент-ара эшмәкәрлек

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәр өлкәһендәге эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһында халыҡ-ара, төбәк-ара, хөкүмәт-ара, ведомство-ара һәм башҡа бәйләнештәр договорҙар һәм килешеүҙәр төҙөү ярҙамында тормошҡа ашырыла. Шулар араһында закондар сығарыу һәм башҡа эшмәкәрлек өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан төҙөлгән парламент-ара килешеүҙәр мөһим урын алып тора.

Дәүләт Йыйылышының 1995 йылдың мартында барлыҡҡа килеүенән алып республика парламентарийҙары тарафынан парламент-ара хеҙмәттәшлеккә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының, шулай уҡ Рәсәй субъекттарының закондар сығарыусы органдары менән бәйләнештәр булдырыуға ҙур иғтибар бүленә.

1995 йылдың апрелендә Өфө ҡалаһында Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек тураһында беренсе Протоколға ҡул ҡуйыла. Ул артабан 1997 йылдың 22 мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеүҙең нигеҙе булып тора.

Халыҡ-ара, төбәк-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә республиканың килешеүҙәр төҙөү тәртибен яйға һалыусы хоҡуҡи базаһы булыу мөһим роль уйнай. 1992 йылда уҡ Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара эшмәкәрлегендәге килешеүҙәре тураһында” Законы ҡабул ителә. Ул 2001 йылда Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара эшмәкәрлек өлкәһендәге килешеүҙәре тураһында" Законын ҡабул иткәнгә тиклем ғәмәлдә була. Был өлкәлә закондар сығарыуҙың артабан камиллашыуы 2003 йылда ике норматив хоҡуҡи акт ҡабул итеүгә килтерә: Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары менән килешеүҙәре тураһында" һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәре хаҡында килешеүҙәре тураһында" Закондары.

Килешеү, формаһына һәм исеменә ҡарамаҫтан, башҡа закондар һәм норматив хоҡуҡи акттар менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу системаһының нигеҙ элементын тәшкил итә. Килешеүҙәрҙең айырым төрө булараҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыусы (вәкиллекле) органдары, сит ил дәүләттәренең дәүләт власының вәкиллекле органдары, сит ил федератив дәүләт субъекттары һәм сит ил дәүләттәренең административ-территориаль берәмектәре араһында төҙөлгән парламент-ара килешеүҙәр билдәләнә.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән ун биш Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыусы органдары һәм сит ил парламенттары тарафынан хеҙмәттәшлек итеү тураһында 18 килешеү һәм 1 протокол, хеҙмәттәшлекте артабан камиллаштырыу тураһында 2 протокол, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүгә теләк белдереү тураһында 1 протокол төҙөлгән. Төҙөлгән килешеүҙәр парламент-ара мөнәсәбәттәрҙе артабан тәрәнәйтеүҙең юридик нигеҙе булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыусы (вәкиллекле) органдары менән хеҙмәттәшлеге ике яҡлы бәйләнештәр булдырыу менән генә сикләнмәй. Хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең перспектив йүнәлештәре булып парламент-ара берләшмәләр ойоштороу тора. 1997 йылдың 22 июлендә Екатеринбург ҡалаһында Рәсәй субъекттарының "Ҙур Урал" Ассоциацияһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының 9 закондар сығарыусы органы тарафынан Урал парламент үҙәге барлыҡҡа килтерелә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән бер рәттән уның ойоштороусолары булып Ҡурған өлкә Думаһы, Ырымбур өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы, Пермь өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы, Коми-Пермяк автономиялы округы Закондар сығарыу Йыйылышы, Свердловск өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы, Төмән өлкә Думаһы, Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы, Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы тора. Килешеүгә ярашлы рәүештә Урал парламент үҙәге уртаҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, документтар проекттарын тикшереү маҡсатында ойошторолған консультатив институт булараҡ барлыҡҡа килтерелә. Уның идаралығының иң юғары органы булып Дөйөм Йыйылыш тора. Тәүге ултырышы 1999 йылда Өфө ҡалаһында үткәрелә.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыусы органдары Ассоциацияһы ағзаһы булып тора. Ассоциация консультатив институт булараҡ уртаҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, документтар проекттарын тикшереү өсөн 2002 йылдың 14 майында ойошторола. Ассоциацияның ултырыштары Волга буйы федераль округына ингән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҙәк ҡалаларында ярты йылға бер тапҡырҙан да кәм үткәрелмәй.

Атап үтелгән килешеүҙәр Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышында субъекттарҙың закондар сығарыу инициативаһын координациялауҙы, уртаҡ закон проекттарын әҙерләүҙе, килешеү төҙөгән яҡтар тарафынан индерелгән проекттарҙы һәм закондар сығарыуҙағы тәҡдимдәрҙе яҡлауҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы менән бәйләнештәре үҫеүе, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаттары, депутаттар төркөмө һәм фракциялары менән тура бәйләнештәр ҙә булышлыҡ итә. Өфө ҡалаһында 1998 йылдың 9 июнендә "Рәсәй региондары" депутаттар төркөмө (бойондороҡһоҙ депутаттар) һәм 1998 йылдың 10 июнендә "Беҙҙең йорт – Рәсәй" фракцияһы менән Дәүләт Йыйылышы араһында үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында килешеүҙәр төҙөлә.

Башҡортостан Республикаһы парламентының һәм депутаттар корпусының халыҡ-ара, төбәк-ара һәм башҡа өлкәләге эшмәкәрлеге күп төрлөлөккә эйә һәм даими киңәйә бара. 2007 йылда ғына Татарстан, Удмуртия, Мәскәү, Ырымбур, Тула, Брянск, Ульяновск, Камчатка һәм Иркутск өлкәләренең, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының дәүләт власының закондар сығарыусы органдарынан вәкилдәр төркөмө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеге менән танышты.

2010 йылда Марий Эл Дәүләт Йыйылышы, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы делегаттарын ҡабул итеү ойошторолдо һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһының Санкт-Петербург Закондар Сығарыу Йыйылышына, Корея Республикаһына рәсми сәфәре тормошҡа ашырылды.

Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһының Ҡаҙағстан Республикаһына рәсми сәфәре булды, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Удмурт Республикаһының рәсми делегацияһын ҡабул итеү ойошторолдо.

РФ субъектының закондар сығарыусы (вәкиллекле) органы

(килешеү төрө)

Төҙөү датаһы һәм урыны

Килешеүҙең ғәмәлдә булыу срогы

Килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн ҡаралған саралар

1.

Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы

Хеҙмәттәшлек тураһында протокол

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

Хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһында протокол

Хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһында протокол

20.04.95.

Өфө ҡалаһы

22.03.1997

Өфө ҡалаһы

15.12.2000

Өфө ҡалаһы

26.11.2003

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Һәр йыл сараларҙың координацион планын килешеү.

Яҡтарҙың вәкилдәренең уртаҡ ултырыштарын үткәреү (йылына бер тапҡырҙан да кәм түгел).

Килешеүҙе тормошҡа ашырыусы, йыл һайын раҫланған пландар нигеҙендә эш итеүсе эшсе төркөм барлыҡҡа килтереү.

2.

РФ субъекттарының закондар сығарыусы (вәкиллекле) органдары:

Ҡурған өлкә Думаһы;

Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы;

Пермь өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы;

Коми-Пермяк автономиялы округының Закондар сығарыу Йыйылышы;

Свердловск өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы;

Төмән өлкә Думаһы;

Удмурт Республикаһының Дәүләт Советы;

Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы.

Урал Парламент Үҙәген барлыҡҡа килтереү тураһында килешеү

22.07.97

Екатеринбург ҡалаһы

Сикләнмәгән

Килешеү нигеҙендә Урал парламент үҙәге ойошторола (дөйөм йыйылышты кварталға кәм тигәндә бер тапҡыр үткәреү ҡарала)

3.

Мәскәү ҡала Думаһы

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

21.05.1998

Мәскәү ҡалаһы

Сикләнмәгән

Һәр йыл сараларҙың координацион планын килешеү.

Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү

4.

Саксония Ирекле Дәүләте Ландтагы

(Германия Федератив Республикаһы)

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

27.05.1999

Сикләнмәгән

Яҡтар тарафынан барлыҡҡа килтерелгән даими эшләүсе Парламент-ара комиссияның ултырышын кәм тигәндә йылына ике тапҡыр Өфө һәм Дрезден ҡалаларында үткәреү. Уның эшенең Регламентын раҫлау.

Һәр йыл сараларҙың координацион планын килешеү.

5.

Ханты-Манси автономиялы өлкәһе Думаһы

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

05.06.1998

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү.

Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу.

6.

Дәүләт Думаһының "Рәсәй региондары" (бойондороҡһоҙ депутаттар) депутаттар төркөмө

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

09.06.1998

Өфө ҡалаһы

Килешеүҙең срогы сыҡҡан

Депутаттар-ҙың вәкиллек срогына

Эксперт Советын барлыҡҡа килтереү.

Депутаттар төркөмө закон проекттарын тапшыра һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итә.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай килешелгән ваҡыт эсендә закон проекттарына күрһәтмәләр һәм тәҡдимдәр бирә.

7.

Ингуш Республикаһының Халыҡ Йыйылышы – Парламенты

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

09.06.1998

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү.

Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу

өсөн шарттар булдырыу

8.

Дәүләт Думаһының "Беҙҙең йорт – Рәсәй" фракцияһы

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

10.06.1998

Өфө ҡалаһы

Килешеүҙең срогы сыҡҡан

Депутаттар-ҙың вәкиллек срогына

Килешеү БР Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы тарафынан төҙөлә. Даими эшләүсе органды, Консультатив Советты, барлыҡҡа килтереү ҡарала

9.

Саха (Яҡут) Республикаһы Дәүләт Йыйылышы (Ил Төмән)

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

17.09.1998

Якутск ҡалаһы

Сикләнмәгән

Һәр йыл сараларҙың координацион планын килешеү.

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу.

Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

10.

Марий Эл Республикаһы Дәүләт Йыйылышы

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

04.11.1998

Йошка Ола ҡалаһы

Сикләнмәгән

Һәр йыл сараларҙың координацион планын килешеү.

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

11.

Коми Республикаһы Дәүләт Советы

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

09.03.1999

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

12.

Приморск крайының Закондар сығарыу Йыйылышы

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

20.10.2001

Владивосток ҡалаһы

5 йылға (автоматик рәүештә оҙайтыла)

Парламент делегациялары менән алышыу, кәңәшмәләр һәм һөйләшеүҙәр алып барыу. Уларҙың һөҙөмтәләрен Килешеүҙең өлөшө булараҡ протоколға теркәү.

13.

Һамар Губернаһы Думаһы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү

14.12.2004

Һамар ҡалаһы

Сикләнмәгән

Килешеүҙең шарттарын үтәү маҡсатында Яҡтарҙан яуаплы кешеләрҙе билдәләү.

Кәрәк булған күләмдә парламент тыңлауҙары, конференциялар, семинарҙар үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу.

14.

Югра – Ханты-Манси автономиялы округы Думаһы

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

04.04.2005

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

15.

Пермь өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү

21.10.2005

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Килешеүҙең шарттарын үтәү маҡсатында Яҡтарҙан яуаплы кешеләрҙе билдәләү.

Кәрәк булған күләмдә парламент тыңлауҙары, конференциялар, семинарҙар үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу.

16.

Төркиәнең Бөйөк милли Йыйылышы

Үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә теләк белдереү буйынса Протокол

06.02.2006

Анкара ҡалаһы

Ошо протоколды тормошҡа ашырыу маҡсатында Яҡтар эшсе төркөмдәр барлыҡҡа килтереүгә әҙерлеген белдерә.

Закондар сығарыу эшмәкәрлегенең түбәндәге өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлашыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнә:

һайлау системаһы һәм урындағы үҙидара, социаль өлкә (тел, тарих, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәргә ярҙам итеү буйынса социаль сәйәсәт, һаулыҡ һаҡлау), экология.

Парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһында Протоколға ҡул ҡуйыу мөмкинлектәрен өйрәнеү.

17.

Калининград өлкә Думаһы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү

28.11.2006

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Килешеүҙең шарттарын үтәү маҡсатында Яҡтарҙан яуаплы кешеләрҙе билдәләү.

Яҡтар хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәренә закондар сығарыу процесын, ҡабул ителгән норматив хоҡуҡи акттарҙың сифатын, закондарҙың үтәлешенә ҡарата парламент контролен үҫтереүҙе индерәләр.

Кәрәк булған күләмдә парламент тыңлауҙары, конференциялар, семинарҙар үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу.

18.

Пермь крайының Закондар сығарыу Йыйылышы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү

29.05.2007

Пермь ҡалаһы

Сикләнмәгән

Килешеүҙең шарттарын үтәү маҡсатында Яҡтарҙан яуаплы кешеләрҙе билдәләү.

Кәрәк булған күләмдә парламент тыңлауҙары, конференциялар, семинарҙар үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу.

19.

Сыуаш Республикаһы Дәүләт Советы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү

14.06.2007

Сикләнмәгән

20.

Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү

20.03.2009

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Килешеүҙең шарттарын үтәү маҡсатында Яҡтарҙан яуаплы кешеләрҙе билдәләү.

Кәрәк булған күләмдә парламент тыңлауҙары, конференциялар, семинарҙар үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу.

21.

Марий Эл Республикаһы Дәүләт Йыйылышы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

16.04.2009.

Йошка Ола ҡалаһы

Сикләнмәгән

Һәр йыл сараларҙың координацион планын килешеү.

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

22.

Свердловск өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

14.05.2009.

Екатеринбург ҡалаһы

Сикләнмәгән

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

23.

Төмән өлкә Думаһы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

17.06.2009.

24.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы

Федераль закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

09.11.2009.

Мәскәү ҡалаһы

Сикләнмәгән

25.

Санкт-Петербург Закондар Сығарыу Йыйылышы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

03.02.2010.

Санкт-Петербург ҡалаһы

Сикләнмәгән

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

26.

Һарытау өлкә Думаһы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

28.01.2010.

27.

Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы

Хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһында протокол

04.12.2010.

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Килешеүҙе тормошҡа ашырыусы, йыл һайын раҫланған пландар нигеҙендә эш итеүсе эшсе төркөм барлыҡҡа килтереү.

28.

Удмурт Республикаһының Дәүләт Советы

Закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

25.02.2011.

Өфө ҡалаһы

Сикләнмәгән

Кәрәк булған күләмдә паламент-ара кәңәшмәләр үткәреү. Үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр менән алышыу. Яҡтарҙың вәкилдәренә уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Мәғлүмәт менән алмашыу юлы менән шулай уҡ яҡтар тарафынан алмашлап үткәрелгән уртаҡ ултырыштарҙа (кәңәшмәләрҙә) килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың анализын үткәреү.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сит ил дәүләттәре парламенттары менән парламент-ара хеҙмәттәшлеге

Сит ил дәүләте парламенты

(килешеү төрө)

Килешеүҙе төҙөү датаһы һәм урыны

Килешеүҙең ғәмәлдә булыу срогы

Килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн ҡаралған саралар

1.

Саксония Ирекле Дәүләте Ландтагы

(Германия Федератив Республикаһы)

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

27.05.1999

Сикләнмәгән

Яҡтар тарафынан барлыҡҡа килтерелгән даими эшләүсе Парламент-ара комиссияның ултырышын кәм тигәндә йылына ике тапҡыр Өфө һәм Дрезден ҡалаларында үткәреү. Уның эшенең Регламентын раҫлау.

Һәр йыл сараларҙың координацион планын килешеү.

2.

Төркиәнең Бөйөк милли Йыйылышы

Үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә теләк белдереү буйынса Протокол

06.02.2006

Анкара ҡалаһы

Ошо протоколды тормошҡа ашырыу маҡсатында Яҡтар эшсе төркөмдәр барлыҡҡа килтереүгә әҙерлеген белдерә.

Закондар сығарыу эшмәкәрлегенең түбәндәге өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлашыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнә:

һайлау системаһы һәм урындағы үҙидара, социаль өлкә (тел, тарих, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәргә ярҙам итеү буйынса социаль сәйәсәт, һаулыҡ һаҡлау), экология.

Парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһында Протоколға ҡул ҡуйыу мөмкинлектәрен өйрәнеү.

Парламент-ара бәйләнештәр

1. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһының Төмән өлкә Думаһына рәсми сәфәре.

2. Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Н. А. Назарбаев менән осрашыуы.

3. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Б. Толкачевтың Ландтаг Президенты урынбаҫар А. Домбуа менән осрашыуы.

4. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Б. Толкачевтың етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһының Төркиә Республикаһына рәсми сәфәре.

5. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Б. Толкачевтың етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһының Чехия һәм Словакия Республикаһына рәсми сәфәре.

6. Чехия Республикаһы Парламентының Депутаттар палатаһы Вице-спикеры Войтех Филип етәкселегендәге Чехия Республикаһы делегацияһының Башҡортостан Республикаһына рәсми сәфәре.

7. Ырымбур өлкәһенең рәсми делегацияһының Башҡортостан Республикаһына рәсми сәфәре.

8. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Б. Толкачевтың етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһының Марий Эл Республикаһына рәсми сәфәре.

9. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми делегацияһының Марий Эл Республикаһына сәфәре.

10. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми делегацияһының Корея Республикаһына рәсми сәфәре.

11. Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәсми делегацияһының Башҡортостан Республикаһына сәфәре.

12. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми делегацияһының Ҡаҙағстан Республикаһына сәфәре.

"