Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса
вәкилгә мөрәжәғәт итеү тәртибе
Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мөрәжәғәттәр телдән һәм яҙма рәүештә ҡабул ителә.
Вәкил граждандарҙы шәхси рәүештә түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46.
Ҡабул итеү көндәре:
Һәр айҙың беренсе шаршамбыһы 14.00 сәғәттән алып 17.00 сәғәткә тиклем (телефон аша шылтыратып алдан яҙылыу буйынса).
Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә шәхси ҡабул итеүгә яҙылыу 8 (347) 250-09-90 телефоны буйынса тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынсабүлек белгестәренең консультацияһы телефон аша 14.00 сәғәттән алып 17.00 сәғәткә тиклем үткәрелә. Тәнәфес: 13.00 сәғәттән алып 14.00 сәғәткә тиклем.
Белгестәр һәр шаршамбы һайын 14.00 сәғәттән алып 17.00 сәғәткә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул итеү үткәрә: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, 1-се ҡат, 104-се кабинет.
Яҙма мөрәжәғәттәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46.
Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә яҙма мөрәжәғәттең өлгөһө:
Башҡортостан Республикаһында
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә
Тулы адресығыҙ (индекс, ҡала, йорт, корпус, квартира)
Исем Фамилия Атайығыҙҙың исеме (тулыһынса)
Контакт өсөн телефон
Ғариза
Проблеманы тулыһынса асып бирегеҙ, үтенесегеҙҙе формалаштырығыҙ.
Эш өсөн кәрәкле документтарҙың күсермәләре ғаризаға ҡушып һалынырға тейеш.
Дата (көн/ ай/ йыл)
Ҡултамға
Ғариза почта аша ебәрелергә мөмкин: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46.