Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил
![]() |
“Башҡортостан Республикаһы балалыҡты кеше ғүмеренең мөһим этабы тип таный һәм балаларҙы йәмғиәттәге тулы ҡанлы тормошҡа әҙерләү, уларҙа йәмғиәт өсөн мөһим булған ижади активлыҡты үҫтереү, юғары әхлаҡи сифаттарҙы, патриотизмды һәм гражданлыҡты тәрбиәләү өҫтөнлөктәрен ҡуйыу принциптарынан сыға”. Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһындағы Закондың преамбулаһынан |
Айыҡ фекер йөрөткән һәр бер кеше шуны аңлай: йәмғиәттең үҙ киләсәге өсөн яуаплылығы балалыҡ тураһында хәстәрлек күреүҙән башлана. Был дөйөм кешелек ҡануны ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙенең законлы хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар тураһында һүҙ барғанда айырыуса мөһим мәғәнәгә эйә. Бала үҙенең тәбиғәте менән көсһөҙ һәм ул беҙҙең яҡлауыбыҙға, мөхәббәтебеҙгә мохтаж. Федор Михайлович Достоевский бына нимә тип яҙған: "Ер йөҙөндәге бер ниндәй байлыҡ та баланың күҙ йәштәренә торошло түгел". Әгәр ҙә һәр бер өлкән кеше был һүҙҙәрҙе хәҡиҡәт булараҡ ҡабул итһә - беҙ йәшәгән донъя тағы ла сағыуыраҡ һәм шатыраҡ, байыраҡ һәм бәхетлерәк буласаҡ.
Үҙ хеҙмәтемдең бурысы булараҡ республикабыҙҙағы барлыҡ балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау барышында төрлө хәлдәр менән осрашырға тура килә. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһендә һәр көн һайын бер генә булһа ла баланы бәхетһеҙлектән ҡотҡарып ҡала алабыҙ икән, тимәк эшмәкәрлегебеҙ юҡҡа түгел.
Милана Скоробогатова,
Башҡортостан Республикаһында
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил
