На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары иғтибарына

17.05.2012
2012 йылдың 24 майында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы илле икенсе ултырышы буласаҡ.
16.05.2012
Депутаттар республика парламентының 52-се ултырышының көн тәртибен раҫланылар
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 60-сы ултырышы үтте. Унда депутаттар республика парламентының 52-се ултырышының көн тәртибен раҫланылар. Көн тәртибенә 50-нән ашыу һорау индерелде. Уларҙың күбеһе закон проекттары буйынса. Атап әйткәндә, унда икенсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүгә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында” законы проеты ҡараласаҡ. Был закон проекты киң йәмәғәтселек даирәһендә тикшерелде. Һөҙөмтәлә уға 24 төҙәтмә индереләсәк.
16.05.2012
Депутаттар йорт комитеттары эшен тикшерҙе
Республика парламенты бинаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға контролде тормошҡа ашырыу буйынса депутаттарҙың эшсе төркөмө ултырышы үтте.  Унда йорт комитеттары эше өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының үтәлеше мәсьәләләре күтәрелде.
15.05.2012
Ҡаҙағстан парламенты Рәйесенән рәхмәт хаты
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Б. Толкачев адресына Ҡаҙағстан Республикаһы Парламенты Мәжелесе Рйесе Н. З. Ниғмәтуллиндан рәхмәт хаты килде. Унда Нурлан Ниғмәтуллин үҙенең һайланыуы айҡанлы ҡабул ителгән ҡотлауы өсөн рәхмәтен һәм Ҡаҙағстан менән Рәсәй һәм уның төбәктәре араһындағы дуҫлыҡлы мөнәсәбәттәр артабан да үҫтерелә барасағына ышанысын белдерә.
15.05.2012
Парламентарийҙар социаль йүнәлештәге ойошмаларға дәүләт яҡлауын арттырыу яғында
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты ултырышында депутаттар  “Башҡортостан Республикаһының социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт яҡлауы тураһында” БР Законы проектын тикшерҙеләр.
05.05.2012
Ҡотлайбыҙ!
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы  Федераль Йыйылышының Федерация Советы Почет грамоталары менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының Конституцион һәм муниципаль закондар сығарыу бүлеге мөдире Йәнбәкова Гүзәл Ғиниәтулла ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса бүлеге мөдире Үләмәева Зөлфирә Әхмәтзыя ҡыҙы бүләкләнде. 
05.05.2012
Эшһеҙҙәр һаны 25 процентҡа кәмегән
Парламент йортонда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2010 йылдың 12 октябрендәге 60-р һанлы “Эш хаҡын үҙ ваҡытында түләүгә һәм республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәлгә контролде тормошҡа ашырыу буйынса төркөм булдырыу тураһында” ҡарарын үтәү маҡсатында ойошторолған эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышы үтте. Ултырышта Лев Бакусов республикала түләнмәгән эш хаҡтары, мәшғүллек хеҙмәттәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырҙы. 2012 йылдың 1 апреленә ҡарата булған мәғлүмәттәр буйынса республикала 26 эш биреүсенең үҙҙәренең 4 919  эшселәре алдында  68.5 млн һум күләмендә бурысы бар.
04.05.2012
Бюджет килемдәре ағымдағы йылыдың I кварталына 28.5 млрд һум тәшкил иткән
Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында депутаттар “Башҡортостан Республикаһының 2012 йылға бюджеты тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлеше хаҡындағы мәғлүмәт тыңланылар. 2012 йылдың беренсе кварталы буйынса отчет менән Башҡортостан Республикаһының финанс министры Р.С. Хисмәтуллина доклад яһаны.
27.04.2012
Дәүләт Йыйылышында аҙыҡ-түлек сифаты мәсьәләләрен тикшерҙеләр
Башҡортостан Республикаһы парламентының аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлгә күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм ултырышы 2 темаға арналды: аҙыҡ-түлектең һәм мәктәпкәсә тиклемге балаларҙы ашатыуҙың сифаты. Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Н. Кучимова төбәктең аҙыҡ-түлек баҙарындағы тауарҙарҙың сифаты менән таныштырҙы.
25.04.2012
А.В. Буранғолова балаларҙы аҫрауға алған ғаиләләр форумы эшендә ҡатнашты
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе А. В. Буранғолова балаларҙы аҫрауға алған ғаиләләр форумы эшендә ҡатнашты. Ул бындай ғаиләләрҙе яҡлау системаһының закондар тарафынан тәьмин ителеше менән таныштырҙы.
24.04.2012
Ырымбур өлкәһе парламентарийҙары менән осрашыу
Әлеге ваҡытта К. Б. Толкачев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһының Ырымбур өлкәһенә рәсми эш сәфәре бара. Бөгөн делегация ағзалары Ырымбур өлкәһе Закондар Сығарыу Йыйылышы Рәйесе С. Грачев, депутаттар, Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәре менән осрашты.
24.04.2012
Ырымбур өлкәһенә парламент сәфәре
24 апрелдә К. Б. Толкачев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһының Ырымбур өлкәһенә рәсми эш сәфәре башланды.
21.04.2012
Өфөлә парламенттың илле беренсе ултырышы үтте
21 апрелдә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҡырҡ етенсе ултырышы үтте. Көн тәртибенә ярашлы унда депутаттар ҡарамағына 39-ҙан ашыу мәсьәлә сығарылды. Уларҙың 21-е республика закондары проекттары.
20.04.2012
Депутаттар мохтажлыҡта йәшәүселәр менән үҙҙәренең эш хаҡын бүлешәсәк
Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттары ай һайын үҙ эш хаҡтарының 1 процентын  хәйриә маҡсаттары өсөн күсереп тороу тураһындағы ҡарар ҡабул иттеләр. Шул рәүешле улар ошондай инициатива менән сығыш яһаусы Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. З. Хәмитовтың башланғысын хуплап сыҡтылар.
19.04.2012
Депутаттар һирәк осрай торған ауырыуҙары булған балаларҙың проблемалары менән ҡыҙыҡһынды
18 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында “Һирәк осрай торған ауырыуҙар: төрлө мөмкинселектәр – тиң хоҡуҡтар” темаһына “түңәрәк өҫтәл” булды. “Түңәрәк өҫтәл”  эшендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары А. В. Буранғолова һәм Р. Ә. Үтәшева, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил М. Скоробогатова, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Өҫкә