Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ленинградты һаҡлаусылар менән осрашыу ойошторҙо

08.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

     Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе Секретары Константин Толкачев һәм республика парламенты депутаттары Ленинградты һаҡлаусылар менән осрашыу ойошторҙо. Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Быуындар йөрәгендәге иҫтәлек һәм ғорурлыҡ” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелде.

      Осрашыуҙың датаһы осраҡлы ғына һайланмаған. 8 сентябрь – Ленинградты блокадалау башланған көн. Илебеҙҙең күп төбәктәрендә был көндә иҫкә алыу саралары үткәрелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла был ваҡиғанан ситтә ҡалмаҫҡа ҡарар итте.

     Константин Толкачев Ленинградты һаҡлаусыларға күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

      – Беҙ һеҙҙең һынмаҫ рухығыҙ, батырлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ! Үлемһеҙ ҡаһарманлығығыҙ Рәсәй халҡының күңелендә һәм йөрәгендә мәңге йәшәйәсәк, – тине республика парламенты Рәйесе. –871 көн дауам иткән был блокада иң оҙайлыһы һәм иң ҡурҡынысы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

      Ленинградты һаҡлаусыларҙы һәм блокадала булыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбаталов, республиканың Ветерандар советы рәйесе Валерий Шарипов, М. Гәрәев исемендәге Өфө һауа-десант кадет корпусы вәкилдәре ҡотланы.

      Йыйылған ҡунаҡтарҙың күбеһе осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында сығыш яһарға теләк белдерҙе. Улар Константин Толкачевҡа һәм депутаттарға ошо осрашыуҙы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

    Хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн байрам өҫтәле, бүләктәр һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо.

       Ленинградты һаҡлауҙа айырыуса ҙур көс һалғандар өсөн дипломдар тапшырылды.

      Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайттың рус телендәге вариантында уҡый алаһығыҙ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"