Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ултырышы үтте

11.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

          Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ултырышы үтте.

          «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 58-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» 5-799/з һанлы Башҡортостан Республикаһы законы проекты беренсе уҡыуҙа тикшерелде. Закон проекты тарафынан баланың фамилияға, исемгә, атаһының исеменә хоҡуғын билдәләүсе Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 58-се статьяһының йөкмәткеһен Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 58-се статьяһына һәм «Гражданлыҡ хәле акттары тураһында» Федераль закондың 18-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» 2017 йылдың 1 майындағы 94-ФЗ һанлы Федераль закон менән ярашлылыҡҡа килтереү күҙҙә тотола.

        Ултырышта шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында социаль партнерлыҡ органдары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары икенсе уҡыуҙа тикшерелде.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"