Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ултырышы үтте

11.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

          Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ултырышы үтте.

          Ултырышта «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты беренсе уҡыуҙа тикшерелде. Закон проекты төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ сараларын көсәйтеү маҡсатында әҙерләнде. Атап әйткәндә, муниципаль берәмектәрҙе төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙың максималь сиген 500 һумдан 1000 һумға тиклем арттырыуҙы күҙҙә тотоусы Кодекстың бер нисә статьяһына үҙгәрештәр индереү тәҡдим ителде.

      Депутаттар шулай уҡ «Финанс тәьмин итеү федераль бюджеттан субвенциялар иҫәбенә тормошҡа ашырылыусы хәрби комисариаттары булмаған территорияларҙа беренсел хәрби иҫәпте тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарына субвенциялар бүлеү методикаһы тураһында», «Рәсәй Федерацияһында Финанс тәьмин итеү федераль бюджеттан субвенциялар иҫәбенә тормошҡа ашырылыусы дөйөм юрисдикция федераль судтарының присяжный ултырышсыларына кандидаттар исемлектәрен төҙөү (үҙгәртеү) буйынса дәүләт вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарына субвенциялар бүлеү методикаһы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында» закон проекттарын беренсе уҡыуҙа тикшерҙе. 

      Бынан тыш ултырышта айырым суд участкаларының мировой судьялары вазифаларына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар ҡаралады. 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"