Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет ултырышы үтте

11.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

 

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет ултырышы үтте.

   Депутаттар Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын дәүләт яҡлауы сараларын тикшерҙе. Башҡортостан Республикаһында эш башлаусы фермерҙарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә 473 фермер үҙҙәренең стартаптарын ғәмәлгә ашырыуға гранттар алды. Тағы ла 218 хужалыҡ ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһы буйынса ярҙам алды.

    Комитет ултырышында Ғафури, Мәләүез, Благовещен, Әбйәлил, Мәсетле райондарынан крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм һатыу тәжрибәһе тураһында сығыш яһаны. Атап әйткәндә, фермерҙар ҡара Африка страустарын, тоҡомло кәзәләрҙе үрсетеү, ҡымыҙ, француз һәм итальян технологиялары буйынса сыр етештереү хаҡында һөйләне.

Көн тәртибендәге икенсе мәсьәлә буйынса депуаттарға ситтән индерелгән продукцияға әлеге ваҡытта эшләп килеүсе карантин фитосанитар контролен үткәреү тәжрибәһен һаҡлап ҡалыу тураһында мәғлүмәт тәҡдим ителде.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"