Өфөлә йәштәр парламенттары эшмәкәрлегенең нәтижәлеген тикшерҙеләр

11.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

     Башҡорт дәүләт медицина университетында Рәсәйҙә йәштәр парламенты хәрәкәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

          Сарала Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбаталов, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, республика парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Таһир Ғизәтуллин ҡатнашты.

          Ултырышта төбәктең әйҙәүсе йәштәр ойошмалары ағзалары, йәш парламентарийҙар һәм сәйәси лидерҙар йәштәр парламенты эшмәкәрлегенең нәтижәлелеген үҫтереүҙең һәм күтәреүҙең яңы тенденцияларына ҡарата үҙ идеялары һәм тәҡдимдәре менән сығыш яһаны.

      Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса резолюция Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламентына ебәреләсәк.

         Сараны ойоштороусылар – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте лигаһы.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"