Ирек Зарипов инвалидтар өсөн парковкалар буйынса рейд үткәрҙе

12.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

     Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән Өфөләге парковка урындары буйынса рейд үткәрҙе. Рейд барышында нигеҙҙә ҙур сауҙа үҙәктәре эргәһендәге парковка урындары тикшерелде. Сөнки водителдәрҙең, инвалидтар өсөн ҡуйылған юл билдәләрен инҡар итеп, улар өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарға автомобилдәрен ҡуйыуы йыш ҡына хоҡуҡ боҙоуҙарға килтерә.
      Аҙ мобилле граждандарға сауҙа үҙәктәре эргәһендә уңайлы урын табыуы ни тиклем ҡыйын булыуы хаҡында Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов ишетеп кенә белмәй. Парламентарийҙың фекере буйынса, инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урындарға машиналарын ҡуйыусы водителдәр белә-күрә хоҡуҡ боҙа. Уларҙың махсус урындар билдәләрен күрмәүе мөмкин түгел.
    Атап әйткәндә, инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән парковка урындарына машиналарын ҡуйыусы водителдәргә биш мең һум күләмендә штраф һалыу күҙҙә тотола. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса йыл башынан республикала ике меңдән артыҡ хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. Уларҙың яртыһы Өфө ҡалаһына тура килә.
 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"