Дәүләт Йыйылышы Президиумының 50-се ултырышы үтте

12.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

      Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышы 21 сентябрҙә үтәсәк, Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында депутаттар ошондай ҡарар ҡабул итте. Президиумда парламентарийҙар үткәреләсәк Дәүләт Йыйылышы ултырышының көн тәртибен раҫланы.

    Пленар ултырыш Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһенең 2016 йылда һәм 2017 йылдың беренсе ярты йыллығында Идаралыҡтың эшмәкәрлеге хаҡындағы доклад менән башланасаҡ. Был органдың етәксе депутаттар алдында беренсе тапҡыр сығыш яһаясаҡ.

     Пленар ултырыштың көн тәртибенә барлығы 16 республика закондары проекттарын тикшереү мәсьәләһе индерелде, 11 закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү планлаштырылды.

       «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 58-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» 5-799/з һанлы Башҡортостан Республикаһы законы проекты беренсе уҡыуҙа тикшереләсәк. Закон проекты тарафынан баланың фамилияға, исемгә, атаһының исеменә хоҡуғын билдәләүсе Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 58-се статьяһының йөкмәткеһен Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 58-се статьяһына һәм «Гражданлыҡ хәле акттары тураһында» Федераль закондың 18-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» 2017 йылдың 1 майындағы 94-ФЗ һанлы Федераль закон менән ярашлылыҡҡа килтереү күҙҙә тотола.

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында» закон проектын шулай уҡ беренсе уҡыуҙа тикшерәсәктәр.

      Ултырышта шулай уҡ «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты беренсе уҡыуҙа тикшереү тәҡдим ителә. Закон проекты төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ сараларын көсәйтеү маҡсатында әҙерләнде. Атап әйткәндә, муниципаль берәмектәрҙе төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙың максималь сиген 500 һумдан 1000 һумға тиклем арттырыуҙы күҙҙә тотоусы Кодекстың бер нисә статьяһына үҙгәрештәр индереү тәҡдим ителде.

     Депутаттар пленар ултырышта «2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын тикшерәсәк.

          Ойошмалар килеменә һалым буйынса килемдәр өлөшөн, һыраға акциздарҙы, түләүле хеҙмәттәр (эштәр) күрһәтеүҙән килемдәрҙе, административ түләүҙәрҙе һәм йыйымдарҙы арттырыуға бәйле федераль бюджеттан һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан кире ҡайтарылмай торған аҡсалар килеүгә бәйле республика бюджетына үҙгәрештәр индереү кәрәклеге тыуҙы. Ағымдағы йылға бюджеттың килемдәр өлөшөнөң дөйөм артыу күләме 1, 568 миллиард һум тәшкил итәсәк.

          Яңы килемдәр барлыҡҡа килеүгә бәйле бюджеттың сығымдар өлөшөн дә арттырыу тәҡдим ителә. Өҫтәмә сараларҙы коммуналь инфраструктура объекттарын модернизациялауға, юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн техника һатып алыуға, бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлауға, ташламалар хоҡуғына эйә булыусы граждандар категорияһын торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтеү планлаштырыла. Бюджеттың сығымдар өлөшөнөң дөйөм артыу күләме 2, 167 миллиард һум тәшкил итәсәк.

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, депутаттар алдында 2018 йылға һәм 2019 һәм 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты проекты өҫтөндә етди эштәр тора.

    Бынан тыш парламентарийҙар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында 9 федераль закон проекты һәм 2 парламент ҡарары хаҡындағы мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"