Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Ҡала мөхите» программаһына ингән ихаталар буйынса рейдта ҡатнашты

13.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Елена Родина һәм Ирек Ниғмәтуллин «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» программаһына ингән Өфө ҡалаһындағы йорт алды территорияларындағы ихаталар буйынса рейдҡа сыҡты. Рейдта шулай уҡ ҡала Советы депутаттары һәм ҡала Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

   Рейдта ҡатнашыусылар Беренсе Май урамындағы 10-сы йорт, артабан Орджоникидзе районында Тыныслыҡ урамындағы 35-се йорт, Калинин районында Александр Невский урамындағы 3-сө йорт, Октябрь районында биш йорт ихатаһында булды һәм унда барған төҙөкләндереү эштәре менән танышты.

    Ҡала халҡы үҙҙәре үк «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһына проектын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, өмәләргә сыға һәм төҙөкләндереүҙә шәхси ҡатнаша.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"