Константин Толкачев Республика көнөнә арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетын етәкләйәсәк

13.09.2017

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

     Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 2017 йылда Республика көнөнә арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетын етәкләйәсәк. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо туралағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.

    – Республика көнө – ҙур дәүләт байрамы. Байрам юғары кимәлдә ойоштороласаҡ. Республикабыҙҙың һәр бер ҡала-райондарында тантаналы саралар, спорт ярыштары, йәрминкәләр үткәреләсәк, урамдар, майҙансыҡтар һәм биналар биҙәләсәк. Шул уҡ ваҡытта беҙ байрам итеүгә саманан тыш күп аҡса сарыф итмәү яғында. Был байрам байрамдарҙа аҡса эшләп ҡалыусылар өсөн түгел, ә Башҡортостанда йәшәүсе халыҡ өсөн ойошторола. Киләһе аҙнала ойоштороу комитетының беренсе ултырышын үткәреүҙе планға алғанбыҙ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"