На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Һайлаусылар мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Р. Ә. Үтәшева һайлаусылары – Өфө ҡалаһының Киров районы граждандары – менән тығыҙ бәйләнештә тора, уға шәхси һорауҙар, көнүҙәк проблемалар менән йыш мөрәжәғәт итәләр.

2012 йылдың ғинуар айында ла, ғәҙәттәгесә, актив эш алып барылды.

Әйтәйек, Өфө ҡалаһының Киров районы Исҡын ауылында граждандарҙы ҡабул итеү барышында 19 кеше менән әңгәмә булды. Төп тема юлдарҙы капиталь төҙөкләндереү, эсәр һыу менән тәьмин ителеш, участка полицияһының тәүлек әйләнәһенә посын ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә ҡағылды. Был мәсьәләләренең ҡайһы берҙәре депутат инициативаһы менән хәл ителә башланы ла инде.

Бынан тыш Киров районы Хакимиәте башлығы Д. Г. Хәлилов менән осрашыу булды. Унда районда йәшәсе халыҡтың проблемалары күтәрелде.

Шулай уҡ халыҡтан килгән хаттар, журналистар менән аралашыу һәм граждандарға ярҙам итеү буйынса көндәлек эш тә алып барыла.


Исемлеккә ҡайтыу

Өҫкә