На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселәре

 

ТОЛКАЧЕВ Константин Борисович

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе (1999 йылдан алып).

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 60-сы һанлы Буй бер мандатлы һайлау округы буйынса депутаты.

1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуа, рус. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай. Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торбалар йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977- 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларҙы биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе – дүртенсе саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп һайлана. 1999–2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы. Европаның урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары. Рәсәй Федерациһы Закондар сығарыусылар советының ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы.

Почет, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн», “Салауат Юлаев”, 1-се дәрәжәләге Бөйөк Петр, Андропов ордендары, ун дүрт миҙал, исемле ҡорал менән бүләкләнә. Рәсәй Федерациһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы. 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселәре урынбасары

Зинуров Рафаил Нариман улы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың берҙәм республика округы буйынса депутаты. “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы.

1953 йылдың 26 июлендә Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуа. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Юридик фәндәр докторы, профессор. Һигеҙ китап һәм етмештән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Хеҙмәт юлын “Каспнефтефлот” берекмәһендә матрос булараҡ башлай. 1972–1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1974–1976 йылдарҙа Иглин районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1976–1981 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты.

1981 – 1985 йылдарҙа – Стәрлебаш районы прокуратураһы тәфтишсеһе. 1985–1991 йылдарҙа республика прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, енәйәт тикшереү бүлеге прокуроры булып эшләй. 1991–1994 йылдарҙа Юғары Совет Секретариатының, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең сектор мөдире, бүлек мөдире вазифаларын атҡара.

1994–2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Прокурорының махсус йомоштар буйынса өлкән ярҙамсыһы булып эшләй. 2002–2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Аппаратында хоҡуҡи экспертиза һәм административ органдар бүлеге мөдире урынбаҫары. 2004–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Художниктар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең этнологтар һәм антропологтар берекмәһе ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы.

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.

Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы


Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы 1972 йылдың 16 декабрендә Учалы ҡалаһында тыуа.

Юғары белемле – Башҡорт дәүләт педагогия институтын, һуңынан 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын “юрист” һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Ете йылдан артығыраҡ 10-сы Учалы урта мәктәбендә педагог-психолог. 2001–2007 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы Хакимиәтендә эшләй. Унда ул беренсе категориялы белгестән алып социаль мәсьәләләр буйынса Хакимиәт башлығы урынбаҫарына тиклем юлды үтә.

2007 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

2010 йылдың ғинуарынан 2011 йылдың мартына тиклем – Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил.

2011 йылдың мартынан – 28-се Отрада бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы дүртенсесаҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.

“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.

Кейәүҙә, ҡыҙ тәрбиәләй.

Өҫкә