На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы уның эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе һәм үҙ эшмәкәрлеге буйынса уға отчет бирергә тейешле даими эшләүсе орган. Ул Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләрен ҡарау һәм хәл итеү өсөн ойошторола.

Президиум составына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, уның урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими комитеттары рәйестәре инә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы вәкәләттәренә түбәндәгеләр инә:

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштарын һәм сираттан тыш ултырыштарын саҡыра, уларҙы үткәреү көнөн билдәләй; парламент тикшереүҙәре һәм парламент тыңлауҙары үткәреүҙе ойоштора;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими комитеттары эшмәкәрлеген координациялай;

- ағымдағы сессияға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон проекттары буйынса эшенең яҡынса программа проектын төҙөй;

- даими комитеттар буйынса сираттағы айҙа ҡараласаҡ мәсьәләләрҙең календарь планы проектын төҙөй;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышына көн тәртибен билдәләй;

- депутат берләшмәләрен (фракцияларын һәм депутат төркөмдәрен) төҙөй;

- “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында” Законы менән билдәләнгән башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы составы:

Толкачев Константин Борисович - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе

Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары

Зинуров Рафаил Нариман улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары

Сафин Зөфәр Нурулла улы – Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе

Бакусов Лев Михайлович – Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе

Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы – Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитет рәйесе

Ҡотлогилдин Наил Закир улы – Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе

Сәйфуллин Франис Асҡарйән улы – Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе

Бикбаев Рауил Төхвәт улы – Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе

Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы – Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет рәйесе  

Өҫкә