Рәсәй Федерацияһының дәүләт символдары

Дәүләт гербы

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы Рәсәй Федерацияһының рәсми дәүләт символы булып тора.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы дүрт мөйөшлө, аҫҡы мөйөштәре түңәрәкләтелгән, сигендә ослайтылған, йәйелгән ҡанаттарын өҫкә күтәргән алтын ике башлы бөркөтлө ҡыҙыл геральдик ҡалҡандан ғибәрәт. Бөркөттөң башына таҫма менән тоташтырылған бәләкәй ике таж һәм – уларҙың өҫтөнә – ҙур бер таж кейҙерелгән. Бөркөттөң уң тәпәйендә – скипетр, һулында – держава. Бөркөттөң күкрәгендә, ҡыҙыл ҡалҡанда, – көмөш һөңгөһө менән салҡан йығылтылған һәм ат аҫтында ҡалған ҡара аждаһаны тар-мар итеүсе көмөш аттағы күк плащлы көмөш һыбайлы. 

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт гербының һүрәттәре күп төҫлө һәм бер төҫлө варианттарҙа «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы тураһында» Федераль Конституция законына 1-се һәм 2-се ҡушымталарҙа бирелгән.

Рәсәй Федерацияһы гербының иң таралған һүрәтләнешенең авторы – халыҡ рәссамы Евгений Ухналёв.


Дәүләт флагы

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы Рәсәй Федерацияһының рәсми дәүләт символы булып тора.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь буйҙарҙан торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Буйҙарҙың өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә.  Флагтың киңлегенең буйына нисбәте 2:3.


Дәүләт флагының вексиллологик составы, хоҡуҡи положениеһы һәм уны ҡулланыу ҡағиҙәләре «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тураһында» Федераль Конституция законы тарафынан билдәләнә.


Дәүләт гимны

А. Александров көйө
С. Михалков һүҙҙәре

Россия — священная наша держава,
Россия — любимая наша страна.
Могучая воля, великая слава —
Твоё достоянье на все времена!

Славься, Отечество наше свободное,
Братских народов союз вековой,
Предками данная мудрость народная!
Славься, страна! Мы гордимся тобой!

От южных морей до полярного края
Раскинулись наши леса и поля.
Одна ты на свете! Одна ты такая —
Хранимая Богом родная земля!

Славься, Отечество наше свободное,
Братских народов союз вековой,
Предками данная мудрость народная!
Славься, страна! Мы гордимся тобой!

Широкий простор для мечты и для жизни
Грядущие нам открывают года.
Нам силу даёт наша верность Отчизне.
Так было, так есть и так будет всегда!

Славься, Отечество наше свободное,
Братских народов союз вековой,
Предками данная мудрость народная!
Славься, страна! Мы гордимся тобой!


Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны раҫланған музыкаль редакцияға һәм тексҡа теүәл ярашлы башҡарылырға тейеш.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны рәсми башҡарылғанда барыһы ла баҫып, ирҙәр баш кейемен һалып тыңларға тейеш.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт гимнының аудиофайлы (Симфоник оркестр менән хор)

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт гимнының аудиофайлы (Инструменталь вариант)

"