(2003 йылдың 27 майындағы 1-з һанлы,
2003 йылдың 1 июлендәге 9-з һанлы,
2003 йылдың 4 ноябрендәге 33-з һанлы,
2005 йылдың 3 февралендәге 147-з һанлы,
2005 йылдың 19 апрелендәге 176-з һанлы,
2005 йылдың 7 ноябрендәге 221-з һанлы,
2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы,
2007 йылдың 16 апрелендәге 419-з һанлы,
2007 йылдың 6 ноябрендәге 482-з һанлы,
2009 йылдың 25 майындағы 127-з һанлы,
2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы,
2010 йылдың 5 февралендәге 217-з һанлы,
2011 йылдың 3 мартындағы 371-з һанлы
БР закондары редакцияһында)
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың - Закондар сығарыу Палатаһы тарафынан 2002 йылдың 19 декабрендә ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың - Вәкилдәр Палатаһы тарафынан 2002 йылдың 25 декабрендә хупланды.
Ошо Закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, уның Президиумының, даими комитеттарының, комиссияларының компетенцияһын, уларҙы ойоштороу һәм эшмәкәрлек тәртибен билдәләй.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1-се бүлек
ДӨЙӨМ ПОЛОЖЕНИЕЛАР
1-се статья. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай (2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1. Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының иң юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу (вәкиллекле) органы булып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай (артабан - Дәүләт Йыйылышы) тора.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
2. Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу власының даими эшләүсе органы булып тора.
3. Дәүләт Йыйылышы 120 депутаттан тора.
4. Дәүләт Йыйылышы 5 йылға һайлана.
5. Дәүләт Йыйылышы, әгәр уның составына депутаттарҙың билдәләнгән һанының кәмендә өстән ике өлөшө һайланһа, Дәүләт Йыйылышы тулы хоҡуҡлы була.
6. Профессиональ нигеҙҙә даими эшләгән депутаттар һаны 17 кеше иҫәбендәбилдәләнә.
(2003 йылдың 27 майындағы 1-з һанлы, 2007 йылдың 6 ноябрендәге 482-з һанлы БР Закондары редакцияһында)
2-се статья. Закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы
1. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Прокуроры, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары эйә.
2. Һалымдар индереү йәки бөтөрөү, уларҙы түләүҙән азат итеү, Башҡортостан Республикаһының финанс йөкләмәләрен үҙгәртеү тураһындағы закон проекттары, Башҡортостан Республикаһының бюджет аҡсаһы иҫәбенә ҡаплана торған сығымдарҙы күҙҙә тотҡан башҡа закон проекттары Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдиме буйынса йәиһә Башҡортостан Республикаһы Президентының бер ай эсендә БашҡортостанРеспубликаһы Дәүләт Йыйылышына тапшырған һығымтаһы булғанда Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡарала.
3. Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан Дәүләт Йыйылышына индерелгән закон проекттары уның тәҡдиме буйынса беренсе сиратта ҡарала.
3-сө статья. Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышы
1. Дәүләт Йыйылышы һайланғандың утыҙынсы көнөнә тулы хоҡуҡлы составта үҙенең беренсе ултырышына саҡырыла. Башҡортостан Республикаһы Президенты Дәүләт Йыйылышының ултырышын ошо сроктан алдараҡ та саҡырта ала.
(2007 йылдың 6 ноябрендәге 482-з һанлы БР Законы редакцияһында)
2. Яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышын Дәүләт Йыйылышы Рәйесен һайлағанға тиклем Дәүләт Йыйылышының йәш буйынса иң өлкән депутаты аса һәм алып бара.
3. Үткән саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре, ошо Закондың 4-се статьяһы менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы эш башлаған көндән туҡтатыла.
4-се статья. Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуы
1. Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” Федераль закон (артабан – Федераль закон) менән ҡаралған осраҡтарҙа ваҡытынан алда туҡтатылыуы мөмкин.
(2009 йылдың 25 майындағы 127-з һанлы БР Законы редакцияһында)
2. Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылған осраҡта, Дәүләт Йыйылышына сираттан тыш һайлауҙар федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы тәғәйенләнә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында икенсе киҫәк)
5-се статья. Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау
1. Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала.
2. Һайлауҙар дөйөм тиң һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән үткәрелә. Һайлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү тәртибе федераль законға ярашлы ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы законы менән көйләнә.
6-сы статья. Дәүләт Йыйылышы депутаттарының хоҡуҡтары
1. Дәүләт Йыйылышының профессиональ даими нигеҙҙә, шулай уҡ төп эшенән айырылмайынса эшләүсе депутаттарына бөтә вәкәләттәре срогы дауамында депутатлыҡ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу буйынса тиң мөмкинлектәр гарантиялана.
2. Дәүләт Йыйылышы депутаттары түбәндәгеләргә хоҡуҡлы:
1) закон проекттары һәм уларҙы әҙерләү тураһында тәҡдимдәр индерергә;
2) запрос менән мөрәжәғәт итергә;
3) Дәүләт Йыйылышының һәм уның даими комитеттарының, комиссияларының ултырыштарында сығыш яһарға;
4) Дәүләт Йыйылышының һайлап ҡуйыла торған вазифаларына кандидатуралар тәҡдим итергә;
5) Дәүләт Йыйылышының, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары ултырыштарына Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының вазифалы кешеләрен саҡырыу тураһында мәсьәләне ҡуйырға;
6) үҙ көсөн юғалтты. – 2007 йылдың 6 ноябрендәге 482-з һанлы БР Законы;
7) федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, ошо Закон һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа закондары менән ҡаралған бүтән ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырырға.
2-се бүлек
ДӘҮЛӘТ ЙЫЙЫЛЫШЫНЫҢ, УНЫҢ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ, ДАИМИ КОМИТЕТТАРЫНЫҢ, КОМИССИЯЛАРЫНЫҢ ВӘКӘЛӘТТӘРЕ, УЛАРҘЫ ОЙОШТОРОУ ҺӘМ ЭШМӘКӘРЛЕК ТӘРТИБЕ
7-се статья. Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре
1. Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына түбәндәгеләр инә:
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһы)
1) Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеү, уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү;
2) Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының хакимиәт даирәһе һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса хоҡуҡи көйләүҙе бойомға ашырыу;
3) Башҡортостан Республикаһы закондарына аңлатма биреү, уларҙың үтәлешенә контроллек итеү;
4) Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше программаларын раҫлау;
5) Башҡортостан Республикаһы бюджетын һәм уның үтәлеше тураһында отчетты раҫлау;
6) федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһының һалымдарын һәм йыйымдарын билдәләү;
7) Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттарын һәм уларҙың үтәлеше тураһындағы отчеттарҙы раҫлау;
8) Башҡортостан Республикаһы бюджетының һәм Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыу;
9) Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкенә идара итеү һәм уның менән эш итеү тәртибен билдәләү һәм уның үтәлешенә контроллек итеү;
10) Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошон һәм уны үҙгәртеү тәртибен билдәләү;
11) Башҡортостан Республикаһының сиктәрен үҙгәртеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү;
12) Башҡортостан Республикаһы договорҙарын төҙөүҙе һәм өҙөүҙе раҫлау;
13) Башҡортостан Республикаһы референдумын тәғәйенләү һәм үткәреү тәртибен билдәләү, Башҡортостан Республикаһы референдумын үткәреү көнөн тәғәйенләү;
14) Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙы үткәреү тәртибен билдәләү һәм һайлау көнөн тәғәйенләү;
15) Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тәҡдим ителгән кандидатураға Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен биреү тураһында ҡарар ҡабул итеү;
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында 15-се пункт)
16) Дәүләт Йыйылышы Рәйесен һәм уның урынбаҫарҙарын һайлау;
17) Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарының, комиссияларының составын раҫлау;
18) профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарының рәйестәрен, урынбаҫарҙарын һәм ағзаларын һайлау тураһындағы Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары ҡарарҙарын раҫлау;
19) Башҡортостан Республикаһы Президентына ышанмаусанлыҡ (ышаныс) белдереү тураһындағы мәсьәләне хәл итеү;
20) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүҙе килешеү;
21) Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесен, Рәйес урынбаҫарын һәм судьяларын вазифаға тәғәйенләү;
22) Башҡортостан Республикаһы Прокурорын тәғәйенләүҙе
килешеү;
23) Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан
Республикаһының башҡарма власть органдары ҡарауына Башҡортостан Республикаһы Президентының хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттарына үҙгәрештәр һәм (йәки) өҫтәмәләр керетеү йәиһә уларҙы кире ҡағыу тураһында тәҡдимдәр индереү;
24) Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары акттарына суд тәртибендә ялыу биреү;
25) Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу;
26) парламент тикшереүҙәре һәм парламент тыңлауҙары үткәреү;
27) Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилде вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу;
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы, 2010 йылдың 5 февралендәге 217-з һанлы БР Закондары редакцияһында)
28) Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһын ойоштороу;
29) Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы Рәйесен вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу;
30) Башҡортостан Республикаһының Конституция Судына, Рәсәй ФедерацияһыныңКонституция Судына мөрәжәғәттәр ҡабул итеү;
31) мировой судьялар һайлау;
32) федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙа федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары етәкселәрен вазифаға тәғәйенләүҙе килешеүҙә ҡатнашыу;
32.1) Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһын -Дәүләт Йыйылышынан вәкилде һайлау;
(32.1 пункт 2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы менән индерелде)
33) Башҡортостан Республикаһы судьяларының квалификация коллегияһына йәмәғәтселек вәкилдәрен тәғәйенләү һәм уларҙың вәкәләттәрен туҡтатыу;
34) Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы ҡарамағындағы квалификация комиссияһына Дәүләт Йыйылышынан вәкилдәр һайлау;
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында 34 пункт)
35) үҙ вәкәләттәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү;
36) Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау буйынса һайлау округтарының схемаһын раҫлау;
(2003 йылдың 4 апрелендәге 33-з һанлы БР Законы редакцияһында)
37) үҙ көсөн юғалтты. – 2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы;
38) үҙ вәкәләттәре сиктәрендә урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар үткәреү тәртибен билдәләү;
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында 38 пункт)
39) үҙенең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәр йыл һайын була торған отчетын тыңлау; айырым мәсьәләләр буйынса Башкортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары етәкселәренең мәғлүмәтен тыңлау;
(2010 йылдың 5 февралендәге 217-з һанлы БР Законы редакцияһында 39 пункт)
40) Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу, Дәүләт Йыйылышының дәртләндереү сараларын билдәләү;
(2004 йылдың 3 февралендәге 147-з һанлы БР Законы редакцияһы)
41) Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, федераль закондарға, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, ошо Законға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына индерелгән башҡа мәсьәләләр.
2. Дәүләт Йыйылышы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, федераль закондарҙы, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын,Башҡортостан Республикаһы закондарын үтәүҙе тәьмин итә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында икенсе киҫәк)
8-се статья. Башҡортостан Республикаһы Президентына ышанмаусанлыҡ күрһәтеүҙең нигеҙҙәре һәм тәртибе
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1. Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Республикаһы Президентына түбәндәге осраҡта ышанмаусанлыҡ күрһәтергә хоҡуҡлы:
1) уның тарафынан Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, федераль закондарға,Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, Башҡортостан Республикаһы закондарына ҡаршы килгән акттар сығарылып, бындай ҡаршылыҡтар тейешле суд тарафынан билдәләнһә, ә Башҡортостан Республикаһы Президенты был ҡаршылыҡтарҙы суд ҡарары үҙ көсөнә ингән көндән алып бер ай эсендә бөтөрмәһә;
2) Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, федераль закондарҙы, Рәсәй ФедерацияһыПрезиденты указдарын, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙарын, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын, Башҡортостан Республикаһы закондарын башҡа төрлө тупаҫ боҙоуы тейешле суд тарафынан билдәләнһә, әгәр был граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен күпләп боҙоуға килтерһә;
3) Башҡортостан Республикаһы Президенты үҙ бурыстарын тейешенсә үтәмәгәндә;
2. Башҡортостан Республикаһы Президентына ышанмаусанлыҡ белдереү тураһындаДәүләт Йыйылышы ҡарары Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының кәмендә өстән бер өлөшөнөң инициативаһы буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының өстән ике өлөшөнөң тауышы менән ҡабул ителә.
3. Дәүләт Йыйылышының Башҡортостан Республикаһы Президентына ышанмаусанлыҡ белдереү тураһындағы ҡарары Федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһы Президентын вазифаһынан бушатыу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарауына ебәрелә.
(2009 йылдың 25 майындағы 127-з һанлы БР Законы редакцияһында)
9-сы статья. Дәүләт Йыйылышын, уның даими комитеттарын, комиссияларын ойоштороуҙың һәм уларҙың эшмәкәрлегенең тәртибе
1. Дәүләт Йыйылышы эшенең төп формаһы булып ултырыштар тора.
Дәүләт Йыйылышының ултырышы, әгәр унда Дәүләт Йыйылышының һайланған депутаттары һанының кәмендә 50 проценты ҡатнашһа, тулы хоҡуҡлы була. Дәүләт Йыйылышының тулы хоҡуҡлы ултырышы кәмендә өс айға бер тапҡыр үткәрелә.
(2007 йылдың 6 ноябрендәге 482-з һанлы БР Законы редакцияһында)
Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырыштары, ҡағиҙә булараҡ, кәмендә айына бер тапҡыр Дәүләт Йыйылышы Президиумы тарафынан саҡырыла.
2. Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырыштары Дәүләт Йыйылышы Президиумы, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Президенты инициативаһы, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәнгән һанының кәмендә биштән бер өлөшө талабы буйынса саҡырыла.
3. Дәүләт Йыйылышы ултырыштары асыҡ үткәрелә. Федераль закондар,Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһы закондары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты менән ҡаралған осраҡтарҙа Дәүләт Йыйылышы ябыҡ ултырыштар үткәрергә хаҡлы.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
4. Дәүләт Йыйылышы, уның даими комитеттары, комиссиялары үҙҙәренең ултырыштарына Дәүләт Йыйылышы уларҙы вазифаға тәғәйенләүҙе раҫлауҙа йәки килешеүҙә ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаларын һәм Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары етәкселәрен, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары етәкселәрен саҡырырға хаҡлы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары һәм башҡарма власть органдарының башҡа етәкселәре, шулай уҡ уларҙың вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы, уның даими комитеттары, комиссиялары ултырыштарында кәңәшләшеү хоҡуғы тауышы менән ҡатнашырға һәм сығыш яһарға хаҡлы.
(2010 йылдың 5 февралендәге 217-з һанлы БР Законы редакцияһы)
5. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарын, комиссияларын булдырыу һәм уларҙың үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты һәм Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары тураһындағы положениелар менән билдәләнә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһы)
10-сы статья. Дәүләт Йыйылышы Президиумы
1. Дәүләт Йыйылышы уға үҙ эшмәкәрлеге буйынса отчет бирергә тейешле Дәүләт Йыйылышының даими эшләүсе органын - Дәүләт Йыйылышы Президиумын төҙөй.
2. Дәүләт Йыйылышы Президиумы Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләрен алдан әҙерләү һәм ҡарау, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм ошо Закон менән ҡаралған башҡа вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн ойошторола.
3. Дәүләт Йыйылышы Президиумы составына Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙары, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәре инә.
4. Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырыштарында Дәүләт Йыйылышы Рәйесе йәки уның ҡушыуы буйынса урынбаҫарҙарының береһе рәйеслек итә.
5. Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырыштарында кәңәшләшеү хоҡуғы тауышыменән түбәндәгеләр ҡатнашырға хаҡлы:
(2010 йылдың 5 февралендәге 217-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1) Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең бүтән ағзалары;
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында 1 пункт)
2) Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт Йыйылышындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Дәүләт Йыйылышындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле;
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында)
3) әгәр Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттары тарафынан индерелгән закон проекттары тураһындағы мәсьәлә ҡаралһа, закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттарының вәкилдәре.
6. Дәүләт Йыйылышы Президиумы эшендә Дәүләт Йыйылышы Рәйесе саҡырыуы буйынса кәңәшләшеү хоҡуғы тауышы менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының башҡа вазифалы кешеләре ҡатнаша ала.
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы, 2010 йылдың 5 февралендәге 217-з һанлы БР Закондары редакцияһында)
7. Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырыштарында айырым мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының вазифалы кешеләренең информацияһы тыңлана ала.
(етенсе киҫәк 2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы менән индерелде)
11-се статья. Дәүләт Йыйылышы Президиумы вәкәләттәре
1. Дәүләт Йыйылышы Президиумы:
1) Дәүләт Йыйылышының ағымдағы сессияға закон проекттары буйынса эшенең яҡынса программаһы проектын төҙөй, Дәүләт Йыйылышында закон проекттары буйынса эшен ойоштора;
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында)
2) Дәүләт Йыйылышының ағымдағы сессияға закон проекттары буйынса эшенең яҡынса программаһына закон проекттарын индереү тураһында ҡарар ҡабул итә;
3) Дәүләт Йыйылышы тарафынан Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары буйынса мәсьәләләр ҡарауҙың сираттағы айға календарь планын төҙөй:
(2007 йылдың 6 ноябрендәге 482-з һанлы БР Законы редакцияһында)
4) Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышына көн тәртибен төҙөй һәм уның эш тәртибен билдәләй;
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында 4 пункт)
5) Дәүләт Йыйылышы ултырыштарын йыя (саҡыра), уларҙы үткәреү көндәрен һәм саҡырылған кешеләрҙең составын билдәләй;
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһы)
6) Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдиме буйынса, Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының кәмендә биштән бер өлөшө тауыштарының талабы буйынса йәки Дәүләт Йыйылышы Рәйесе тәҡдиме буйынса Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырыштарын саҡыра һәм уларҙы үткәреү көндәрен билдәләй;
6.1.) Дәүләт Йыйылышының яуаплы даими комитеттары тарафынан әҙерләнгән закон проекттары буйынса һығымтаһын тыңлай;
(6.1 пункт 2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
7) әгәр закон проектын Президиумда ҡарағанда өҫтәмә өйрәнеүҙе талап иткән хәл-шарттар асыҡланһа, Дәүләт Йыйылышының яуаплы даими комитеты тарафынан Дәүләт Йыйылышы ҡарауына әҙерләнгән закон проектын эшләп бөтөү өсөн уға кире ҡайтара һәм был закон проектын Президиум ҡарауына ҡабаттан тапшырыуҙың срогын билдәләй;
(7 пункт 2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
7) алып ташлана. – 2003 йылдың 1 июлендәге 9-з һанлы БР Законы.
8) Дәүләт Йыйылышының яуаплы даими комитеты тарафынан Дәүләт Йыйылышы ҡарауына әҙерләнгән закон проектын һәм уның материалдарын (уға ҡараған материалдарҙы) закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттарына ебәрә;
9) Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контроллек итеүҙе, парламент тыңлауҙары һәм парламент тикшереүҙәре үткәреүҙе ойоштора:
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында)
10) Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарының эшмәкәрлеген координациялай;
10.1.) Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлегенең ойоштороу мәсьәләләрен алдан әҙерләү һәм ҡарау йомғаҡтары буйынса Дәүләт Йыйылышының норматив характерҙа булмаған ҡарарҙары проекттарын индерә ала;
(10.1 пункты 2007 йылдың 16 апрелендәге 419-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
11) Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарының Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары һәм федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен ойоштора;
11.1) Дәүләт Йыйылышының парламент-ара бәйләнештәрен ғәмәлгә ашырыуҙы һәм Дәүләт Йыйылышының парламент-ара килешеүҙәренең үтәлешен тәьмин итеүҙе ойоштора;
(11.1 пункты 2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
12) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты менән билдәләнгән тәртиптә депутат берләшмәләрен (фракцияларын һәм депутат төркөмдәрен) теркәй;
(2007 йылдың 6 ноябрендәге 482-з һанлы, 2009 йылдың 25 майындағы 127-з һанлы БР Закондары редакцияһында)
13) Дәүләт Йыйылышы тарафынан билдәләнгән Дәүләт Йыйылышының дәртләндереү сараларын ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
(13 пункт 2004 йылдың 3 февралендәге 147-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
2. Дәүләт Йыйылышы Президиумы ҡарарҙары ҡарарҙар формаһында ҡабул ителә. Дәүләт Йыйылышы Президиумы ҡарарҙарына Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ҡул ҡуя.
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында икенсе киҫәк)
12-се статья. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары
1. Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Йыйылышы депутаттары иҫәбенән Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарын, комиссияларын ойоштора.
2. Дәүләт Йыйылышы комиссиялары уларға бирелгән вәкәләттәргә ярашлы билдәле бер ваҡытҡа ойошторола.
3. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарын, комиссияларын ойоштороу, улар составындағы үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙары менән рәсмиләштерелә.
4. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары:
1) үҙҙәренең ҡарамағындағы тикшереүгә индерелгән закон проекттарын әҙерләй һәм алдан ҡарай;
2) комитеттарҙың үҙ ҡарамағында булған, закон сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттары тарафынан индерелгән закон проекттарына һығымталар сығара;
3) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламентына ярашлы парламент тыңлауҙары һәм парламент тикшереүҙәре үткәреүҙә ҡатнаша;
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
4) Башҡортостан Республикаһы закондарының һәм Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡабул ителгән башҡа акттарҙың үтәлешенә контроллек итеү буйынса аналитик эш үткәрә;
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
5) үҙ эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләрен ҡарай;
6) Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары тураһындағы положение менән уларҡарамағына индерелгән башҡа мәсьәләләрҙе ҡарай.
(2003 йылдың 1 июлендәге 9-з һанлы БР Законы редакцияһында)
12.1-се статья. Депутат берләшмәләре
(2009 йылдың 25 майындағы 127-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1. Депутат берләшмәләре булып фракциялар һәм депутат төркөмдәре тора.
Дәүләт Йыйылышында депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнашыуға рөхсәт алған кандидаттар исемлеге составында һайланған Дәүләт Йыйылышы депутаттары, ошо статьяның 2-се киҫәге менән ҡаралған осраҡтан тыш, фракцияларға инәләр. Фракция тейешле кандидаттар исемлеге составынан һайланған бөтә депутаттарҙы ла үҙ эсенә ала. Фракцияларға шулай уҡ бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайланған депутаттар һәм ошо статьяның 2-се киҫәгендә күрһәтелгән сәйәси фирҡә кандидаттары исемлеге составында һайланған депутаттар инә ала.
Бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайланған депутаттар, шулай уҡ ошо статьяның 2-се киҫәгендә күрһәтелгән сәйәси фирҡә кандидаттары исемлеге составында һайланған депутаттар, депутат төркөмдәрен ойошторорға хаҡлы.
2. Сәйәси фирҡәнең эшмәкәрлеге уның бөтөрөлөүе йәки үҙгәртеп ҡоролоуы менән бәйле туҡтатылған осраҡта уның фракцияһының Дәүләт Йыйылышындағы эшмәкәрлеге, шулай уҡ депутаттарҙың был фракцияла ағза булыуы Федераль закон менән билдәләнгән тәртиптә туҡтатыла.
3. Фракцияларҙың эшмәкәрлек тәртибе, депутат төркөмдәрен ойоштороу һәм эшмәкәрлек тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты тарафынан билдәләнә.
13-сө статья. Парламент тикшереүҙәре
(2005 йылдың 7 ноябрендәге 221-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1. Дәүләт Йыйылышы ошо Закон һәм Дәүләт Йыйылышы Регламенты менән билдәләнгән тәртиптә парламент тикшереүҙәре үткәрә.
Парламент тикшереүҙәре Дәүләт Йыйылышы депутаттары тарафынан социаль йәһәттән әһәмиәтле ваҡиғалар, хәлдәр менән бәйле факттарҙы өйрәнеү ниәтендә үткәрелә.
2. Парламент тикшереүҙәре үткәреү өсөн нигеҙ булып түбәндәгеләр тора:
1) Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары, ошо органдарҙың вазифалы кешеләре, Дәүләт Йыйылышы депутаттары тарафынан Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы закондарын боҙоуҙар тураһындағы хәбәрҙәр;
2) республикалағы социаль-иҡтисади хәлде (торошто) насарайтыуға килтергән, сәйәси хәлде ҡатмарлаштырған ваҡиғалар тураһындағы хәбәрҙәр.
Парламент тикшереүе үткәреү тураһындағы ҡарар Дәүләт Йыйылышы Президиумы йәки Дәүләт Йыйылышының даими комитеты тәҡдиме буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының күпселек тауышы менән ҡабул ителә.
Дәүләт Йыйылышы парламент тикшереүе үткәреү өсөн Дәүләт Йыйылышы депутаттары иҫәбенән комиссия төҙөй.
3. Парламент тикшереүенең йомғаҡтары Дәүләт Йыйылышы ултырышында ҡарар ҡабул итеп ҡарала.
Дәүләт Йыйылышы ҡарары буйынса парламент тикшереүенең йомғаҡтары республиканың киң мәғлүмәт сараларында баҫылыуы мөмкин.
13.1-се статья. Дәүләт Йыйылышының Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контроле
(2005 йылдың 7 декабрендәге 221-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
1. Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контролде ошо Закон һәм Дәүләт Йыйылышы Регламенты менән билдәләнгән тәртиптә тормошҡа ашыра.
Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контроль уларҙың ғәмәлдә булыуының бөтөн осоронда йәиһә билдәле бер ваҡыт арауығында тормошҡа ашырыла.
2. Дәүләт Йыйылышының Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контроленең маҡсаттары булып түбәндәгеләр тора:
1) Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлеше өлкәһендә хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһенә анализ;
2) Башҡортостан Республикаһы закондарының тейешенсә һәм һөҙөмтәле үтәлешенә ҡамасаулаған сәбәптәрҙе асыҡлау һәм бөтөрөү.
3. Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыу тураһында тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, Дәүләт Йыйылышы Президиумы, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр, граждандар сыға ала.
Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыу, уны тормошҡа ашырыуҙың тәртибе һәм сроктары тураһында ҡарар Дәүләт Йыйылышы Президиумы тарафынан Дәүләт Йыйылышының тейешле даими комитеты тәҡдиме буйынса уның ағзаларының билдәләнгән һанының күпселек тауышы менән ҡабул ителә. Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыу өсөн Дәүләт Йыйылышы Президиумы тарафынан тейешле даими комитет тәҡдиме буйынса комиссия ойошторола ала.
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында)
Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контроль йомғаҡтары Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында ҡаралырға тейеш.
(абзац 2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
4. Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыуҙың йомғаҡтары Дәүләт Йыйылышы Президиумы ҡарары буйынса Дәүләт Йыйылышының ултырышында ҡарар ҡабул итеп ҡаралыуы мөмкин.
(2009 йылдың 26 октябрендәге 174-з һанлы БР Законы редакцияһында)
Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыуҙың йомғаҡтары тураһында Дәүләт Йыйылышының ҡарары Башҡортостан Республикаһы Президентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Башҡортостан Республикаһы Прокурорына, дәүләт власының тейешле органдарына, урындағы үҙидара органдарына, тейешле берләшмәләргә, ойошмаларға, граждандарға ебәрелә һәм Дәүләт Йыйылышының ҡарары буйынса республиканың киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сығыуы мөмкин.
3-сө бүлек
Дәүләт Йыйылышының вазифалы кешеләре
14-се статья. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе
1. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Дәүләт Йыйылышы депутаттары араһынан депутаттарҙың билдәләнгән һанының күпселек тауышы менән йәшерен тауыш биреп һайлана һәм үҙ вәкәләттәрен профессиональ даими нигеҙҙә тормошҡа ашыра.
2. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе:
1) Дәүләт Йыйылышы ултырыштарын алып бара;
2) Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлегенең эске тәртибе мәсьәләләре менән идара итә;
3) Дәүләт Йыйылышы Президиумының эшен ойоштора;
4) Дәүләт Йыйылышы Секретариаты эшмәкәрлегенә дөйөм етәкселекте тормошҡа ашыра;
5) Дәүләт Йыйылышына закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекты тарафынан индерелгән закон проектын Дәүләт Йыйылышында ҡарауға әҙерләү өсөн Дәүләт Йыйылышының тейешле даими комитетын яуаплы итеп тәғәйенләй, әгәр закон проекты менән көйләнгән мәсьәләләр Дәүләт Йыйылышының башҡа даими комитеты ҡарамағына ла инһә, Дәүләт Йыйылышының был даими комитетын закон проекты буйынса бергәләп башҡарыусы итеп тәғәйенләй, закон проектын ҡарау өсөн Дәүләт Йыйылышының башҡа даими комитеттарына, кәрәк булған осраҡта закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғының башҡа субъекттарына ебәрә һәм закон проектына баһаламалар, тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр (төҙәтмәләр) әҙерләүҙең срогын билдәләй;
6) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Регламенты менән билдәләнгән осраҡтарҙа Дәүләт Йыйылышының закон проектын әҙерләү өсөн яуаплы даими комитеты һығымтаһы буйынса закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъектына кире ҡайтара;
7) федераль дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә Дәүләт Йыйылышы исеменән эш итә;
8) Дәүләт Йыйылышы ҡабул иткән закондарҙы ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентына ебәрә;
9) үҙ компетенцияһына ингән мәсьәләләр буйынса бойороҡтар сығара һәм эштәрҡуша;
9.1) Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советына ағза - Дәүләт Йыйылышынан вәкил һайлау өсөн кандидатураны (кандидатураларҙы) Дәүләт Йыйылышы ҡарауына индерә;
(9.1 пункты 2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
10) Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы эргәһендәге квалификация комиссияһына Дәүләт Йыйылышынан вәкилдәр һайлау өсөн кандидатураларҙы Дәүләт Йыйылышы ҡарауына индерә;
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында 10 пункт)
11) ошо Закон менән ҡаралған башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.
3. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе түбәндәге осраҡтарҙа вазифаһынан ваҡытынан алда бушатылыуы мөмкин:
а) шәхси үтенесе буйынса;
б) Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының өстән бер өлөшө тәҡдиме буйынса, әгәр был тәҡдим өсөн Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының күпселеге тауыш бирһә.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесен вазифаһынан бушатыу тураһындағы ҡарар Дәүләт Йыйылышы ҡарары менән рәсмиләштерелә.
4. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Дәүләт Йыйылышына Дәүләт Йыйылышының үткән сессиялағы эшмәкәрлеге тураһында доклад һәм сираттағы сессияға закон проекттарын эшләү программаһын тәҡдим итә.
15-се статья. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙары
1. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙары үҙ вәкәләттәрен профессиональ даими нигеҙҙә тормошҡа ашыралар.
2. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙары Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының күпселек тауышы менән йәшерен тауыш биреп һайланалар.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙарын һайлау һәм улар тарафынан вәкәләттәрҙетормошҡа ашырыу тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Регламенты менән билдәләнә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
3. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙары Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ҡушыуы буйынса уның ҡайһы бер вәкәләттәрен үтәй. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙарының береһе, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ҡушыуы буйынса, ул булмаған осраҡта йәки ул үҙвазифаларын тормошҡа ашыра алмағанда, уны алмаштыра.
16-сы статья. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәре һәм Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәренең урынбаҫарҙары
1. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәре һәм Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәренең урынбаҫарҙары Дәүләт Йыйылышының тейешле даими комитеттары депутаттары тарафынан һайлана һәм Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙары менән раҫлана.
2. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәре һәм Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәренең урынбаҫарҙары үҙ вәкәләттәрен профессиональ даими нигеҙҙә тормошҡа ашыра.
3. Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары рәйестәрен, даими комитеттар рәйестәренең урынбаҫарҙарын һайлау һәм раҫлау, уларҙың үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты һәм Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары тураһында положение менән билдәләнә.
(2003 йылдың 1 июлендәге 9-з һанлы, 2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Закондары редакцияһында)
4-се бүлек
ДӘҮЛӘТ ЙЫЙЫЛЫШЫ ТАРАФЫНАН
ҠАБУЛ ИТЕЛӘ ТОРҒАН АКТТАР
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
17-се статья. Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡабул ителә торған акттар
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1. Дәүләт Йыйылышы, Башҡортостан Республикаһы ҡарамағындағы хакимиәт даирәһе һәм Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәре сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһе мәсьәләләре буйынса хоҡуҡи көйләүҙе тормошҡа ашыра барып:
а) Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итә, уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерә;
б) Башҡортостан Республикаһы закондарын ҡабул итә.
Дәүләт Йыйылышы, үҙ ҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса көйләүҙе тормошҡа ашыра барып, Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙарын ҡабул итә.
Дәүләт Йыйылышы мөрәжәғәттәр, белдереүҙәр һәм декларациялар ҡабул итә ала.
2. Башҡортостан Республикаһы Коституцияһы, Башҡортостан Республикаһы Коституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы Башҡортостан Республикаһы закондары Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының кәмендә өстән ике өлөшөнөң күпселек тауышы менән ҡабул ителә.
3. Башҡортостан Республикаһы закондары, әгәр Федераль закон менән башҡаһыҡаралмаһа, Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының күпселек тауышы менән ҡабул ителә.
(2009 йылдың 25 майындағы 127-з һанлы БР Законы редакцияһында)
Башҡортостан Республикаһы законы проекты Дәүләт Йыйылышы тарафынан кәмендә ике уҡыуҙа ҡарала. Закон проектын ҡабул итеү йәиһә кире ҡағыу тураһындағы, шулай уҡзаконды ҡабул итеү тураһындағы ҡарар Дәүләт Йыйылышы ҡарары менән рәсмиләштерелә.
4. Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙары, әгәр Федераль закон менән башҡаһы ҡаралмаһа, Дәүләт Йыйылышының һайланған депутаттары һанының күпселек тауышы менән ҡабул ителә.
(2009 йылдың 25 майындағы 127-з һанлы БР Законы редакцияһында)
5. Дәүләт Йыйылышының мөрәжәғәттәр, белдереүҙәр, декларациялар ҡабул итеү тураһындағы ҡарарҙары Дәүләт Йыйылышының ҡарарҙары менән рәсмиләштерелә.
18-се статья. Үҙ көсөн юғалтты. – 2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы.
19-сы статья. Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи акттарын халыҡҡа еткереү һәм уларҙы ғәмәлгә индереү тәртибе
1. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ҡабул ителгән закондарҙы ете көн эсендә халыҡҡа еткереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентына ебәрә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
2. Башҡортостан Республикаһы Президенты ун дүрт көн эсендә законды, ҡул ҡуйыу юлы менән раҫлап, халыҡка еткерә йәки кире ҡаға.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында икенсе киҫәк)
3. Әгәр Башҡортостан Республикаһы Президенты закон килгән мәлдән алып ун дүрт көн эсендә уны кире ҡаҡһа, Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты менән билдәләнгән тәртиптә был законды ҡабаттанҡарай. Әгәр ҡабаттан ҡарағанда закон элек ҡабул ителгән редакцияла Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының күпселеге - кәмендә өстән ике өлөшөнөң тауышы менән хупланһа, ул Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан ҡабаттан киреҡағыла алмай һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан ете көн эсендә халыҡҡа еткерелергә тейеш.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
4. Башҡортостан Республикаһы закондарын һәм Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙарын рәсми баҫтырып сығарыу һәм уларҙы ғәмәлгә индереү тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә.
5. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын халыҡҡа еткереү тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә.
(бишенсе киҫәк 2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы менән индерелгән)
5-се бүлек
ЙОМҒАҠЛАУ ПОЛОЖЕНИЕЛАРЫ
20-се статья. Дәүләт Йыйылышының эшмәкәрлек тәртибе
Дәүләт Йыйылышының, уның даими комитеттарының, комиссияларының эшмәкәрлек тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты менән билдәләнә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
21-се статья. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Секретариаты
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
1. Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеген ойоштороу, уны хоҡуҡи һәм матди-техник тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты ойошторола, уға Етәксе етәкселек итә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
2. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Секретариаты Башҡортостан Республикаһы закондары һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты тураһындағы положение нигеҙендә эшләй.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
3. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты тураһындағы положение, уның структураһы һәм штаттары һаны Дәүләт Йыйылышы тарафынан раҫлана.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
4. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә сығымдар Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеген тотоуға бүленгән аҡсалар (средстволар) сиктәрендә Дәүләт Йыйылышы тарафынан билдәләнә.
(2006 йылдың 7 декабрендәге 381-з һанлы БР Законы редакцияһында)
22-се статья. Ошо Закондың көсөнә инеүе
Ошо Закон яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы эшен башлаған көндән үҙ көсөнә инә.
23-сө статья. Норматив хоҡуҡи акттарҙы ошо Законға ярашлы хәлгә килтереү
1. Ошо Закон үҙ көсөнә ингән көндән алып түбәндәгеләрҙе ғәмәлдән сыҡкан тип танырға:
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» 1994 йылдың 2 мартындағы ВС-22/25-се һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Верховного Совета и Правительства Республики Башкортостан, 1994, № 9 (27), ст. 401);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» 1994 йылдың 2 мартындағы Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се һәм 4-се статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында» 1994 йылдың 21 декабрендәге ВС-26/35-се һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Верховного Совета и Правительства Республики Башкортостан, 1995, №4 (34), ст. 140);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү хаҡында» 1996 йылдың 13 ғинуарындағы 18-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 1996, №2 (44), ст. 93);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү хаҡында» 1998 йылдың 29 ноябрендәге 192-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 1999, №4 (88), ст. 254);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына өҫтәмә индереү хаҡында» 1998 йылдың 9 декабрендәге 197-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 1999, №6 (90), ст. 363);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү хаҡында» 1999 йылдың 27 апрелендәге 1-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 1999, № 12 (96), ст. 760);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына өҫтәмәләр индереү хаҡында» 2000 йылдың 31 мартындағы 59-з һанлы Башҡортостан Респуб-ликаһы Законы (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 2000, № 9 (111), ст. 638);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү хаҡында» 2000 йылдың 30 декабрендәге 142-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 2001, №3 (123), ст. 175);
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлгә индереү хаҡында» Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1994 йылдың 2 мартындағы ВС-22/26-сы һанлы ҡарары (Ведомости Верховного Совета и Правительства Республики Башкортостан, 1994, № 9 (27), ст. 402).
2. Үҙҙәренең норматив хоҡуҡи акттарын ошо Законға ярашлы хәлгә килтереүҙе Башҡортостан Республикаһы Президентына тәҡдим итергә һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтергә.
2-се статья. Ошо Закон уны рәсми баҫтырып сығарған көндән үҙ көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы
Президенты М.Рәхимов
Өфө, Республика Йорто
2002 йылдың 30 декабре
№ 448-з