На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

ДӘҮЛӘТ ЙЫЙЫЛЫШЫҠОРОЛТАЙ ДЕПУТАТЫ

СТАТУСЫ ТУРАҺЫНДА

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

ЗАКОНЫ

Башҡортостан Республикаһының

2005 йылдың 3 февралендәге 148-з һанлы,

2005 йылдың 24 мартындағы 169-з һанлы,

2006 йылдың 17 июлендәге 352-з һанлы,

2008 йылдың 28 февралендәге 547-з һанлы,

2009 йылдың 25 майындағы 126-з һанлы

закондары редакцияһында

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы тарафынан 2003 йылдың 6 февралендә ҡабул ителде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы тарафынан 2003 йылдың 6 мартында хупланды.

Ошо Закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм яуаплылығын билдәләй, улар тарафынан депутатлыҡ эшмәкәрлеге тормошҡа ашырылғанда төп хоҡуҡи һәм социаль гарантияларҙы күҙҙә тота.

1-се бүлек

ДӨЙӨМ ПОЛОЖЕНИЕЛАР

1 статья. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (артабан — депутат) булып республиканың тейешле һайлау округындағы халыҡ тарафынан һайланған, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайҙа (артабан — Дәүләт Йыйылышы) федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм ошо Закон менән ҡаралған закондар сығарыу һәм башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә булған халыҡ вәкиле тора.

2 статья. Депутат статусы тураһында закондар

Депутат статусы “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыусы (вәкиллекле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” Федераль закон (артабан – Федераль закон), бүтән федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм ошо Закон менән билдәләнә.

3 статья. Депутаттың вәкәләттәр срогы

Депутаттың вәкәләттәр срогы депутат һайланған көндән башлана һәм, ошо Закондың 4 статьяһы менән ҡаралған осраҡтарҙан башҡа, яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы эшләй башлаған мәлдән туҡтала.

4 статья. Депутаттың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу

Депутаттың вәкәләттәре Федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙа, шулай уҡ түбәндәге осраҡтарҙа ваҡытынан алда туҡтатыла:

а) депутат үҙ вәкәләттәрен һалыу тураһында яҙма ғариза бирһә;

б) депутат Рәсәй Федерацияһы гражданлығын юғалтһа, ул сит ил дәүләте гражданлығын алһа йәиһә ул Рәсәй Федерацияһы гражданының сит ил дәүләте территорияһында даими йәшәүгә хоҡуҡ биреүҙе раҫлаусы паспорт йәки башҡа документ алһа;

в) депутатты закон буйынса депутат вәкәләттәрен үтәү менән ярашмаған вазифаға һайлағанда йәки тәғәйенләгәндә, әгәр вазифаға һайлаған йәки тәғәйенләгән көндән алып бер ай эсендә депутаттан үҙ вәкәләттәрен һалыу тураһында яҙма ғариза килмәһә;

г) депутат булған кешегә ҡарата судтың ғәйепләү ҡарары законлы көсөнә ингәндә;

д) депутат булған граждан законлы көсөнә ингән суд ҡарары нигеҙендә юридик һәләтһеҙ йәки сикле юридик һәләтле тип танылғанда;

е) депутат законлы көсөнә ингән суд ҡарары нигеҙендә хәбәрһеҙ ғәйеп булған тип танылғанда йәиһә ул вафат булған тип белдерелһә;

ж) Дәүләт Йыйылышы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылғанда;

з) һайлаусылар тарафынан депутат саҡыртып алынғанда;

и) депутат вафат булғанда.

Кисерерлек сәбәптәрһеҙ Дәүләт Йыйылышының даими комитеты йәки Дәүләт Йыйылышы ултырышында бер нисә тапҡыр булмауында сағылған уның тарафынан үҙ бурыстарын үтәмәү осрағында депутаттың вәкәләттәре тейешле даими комитеттың тәҡдиме буйынса ваҡытынан алда туҡтатылыуы мөмкин.

Депутаттың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһындағы ҡарар Дәүләт Йыйылышы ҡарары менән рәсмиләштерелә.

Ошо статьяның беренсе өлөшөнөң "ж" пунктында ҡаралған нигеҙ буйынса депутаттың вәкәләттәре Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар көсөнә ингән көндән туҡтатыла.

5 статья. Депутаттың танытмаһы һәм күкрәккә таға торған билдәһе

Депутаттың вәкәләттәр срогы дауамында файҙаланған депутат вәкәләттәрен раҫлаусы документы – танытмаһы һәм күкрәккә таға торған билдәһе була.

Депутаттың танытмаһы уға депутатлыҡ вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырғанда Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарына, урындағы үҙидара органдарына тотҡарлыҡһыҙ инергә, уларҙың коллегиаль органдары ултырыштарында булырға хоҡуҡ биргән, шулай уҡ, милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тулыһынса йәки өлөшләтә Башҡортостан Республикаһы бюджеты, урындағы бюджет средстволары иҫәбенә финансланған йәиһә һалымдар һәм мотлаҡ түләүҙәр индереү буйынса льготалары булған, йәиһә ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм (йәки) урындағы үҙидара органдары торған ойошмаларға инергә хоҡуҡбиреүсе документ булып тора.

Депутаттың танытмаһы һәм күкрәккә таға торған билдәһе тураһындағы положениелар, уларҙың өлгөләре һәм тасуирламаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан раҫлана.

6 статья. Депутаттың үҙ вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырыу шарттары

Депутат үҙ вәкәләттәрен профессиональ даими нигеҙҙә йәиһә производство йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмайынса тормошҡа ашыра.

Депутатҡа үҙенең депутатлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырғанда Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары тарафынан уның хоҡуҡтарын һәм бурыстарын тотҡарлыҡһыҙ һәм һөҙөмтәле бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыла.

7 статья. Депутат бурыстарын башҡарыу менән бәйле сикләүҙәр

Депутат бурыстарын башҡарыу менән бәйле сикләүҙәр федераль закон менән билдәләнә.

(Икенсе өлөш ғәмәлдән сыҡты.)

Депутаттың үҙенең статусын депутатлыҡ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу менән бәйле булмаған эшмәкәрлек өсөн файҙаланырға хоҡуғы юҡ.

8 статья. Депутатлыҡ эшмәкәрлегенең формалары

Депутатлыҡ эшмәкәрлегенең формалары булып түбәндәгеләр тора:

1) Дәүләт Йыйылышы ҡарауына материалдар әҙерләүҙә ҡатнашыу (яңғыҙ йәки башҡа депутаттар менән бергә);

2) Дәүләт Йыйылышы ултырыштарында ҡатнашыу;

3) депутат үҙе ағза булып торған Дәүләт Йыйылышының даими комитеты, комиссияһы, Дәүләт Йыйылышының яраштырыу комиссиялары һәм башҡа органдары эшендә ҡатнашыу;

4) кәңәш биреү тауышы хоҡуғы менән Дәүләт Йыйылышының башҡа даими комитеттары, комиссиялары эшендәҡатнашыу;

5) парламент тыңлауҙарында ҡатнашыу;

6) Дәүләт Йыйылышына закон проекттарын индереү;

7) Дәүләт Йыйылышы, Дәүләт Йыйылышы Президиумы, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары йомоштарын үтәү;

8) депутат запростары биреү;

9) тейешле вазифалы кешеләргә законды, граждандарҙың хоҡуҡтарын, иректәрен һәм законлы мәнфәғәттәрен боҙоуҙы бөтөрөү буйынса саралар күреү талабы менән мөрәжәғәт итеү;

10) һайлаусылар менән эшләү;

11) парламент тикшереүҙәрендә ҡатнашыу;

12) Дәүләт Йыйылышында депутат берләшмәләре (фракциялар һәм депутат төркөмдәре) эшендә ҡатнашыу.

Депутатлыҡ эшмәкәрлеге шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы закондары һәм Башҡортостан Республикаһы закондары, ошо Закон, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Регламенты менән ҡаралған башҡа формаларҙа ла ғәмәлгә ашырылыуы мөмкин.

9 статья. Депутаттың һайлаусылар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре

Депутат үҙ округындағы һайлаусылар менән бәйләнеш тота.

Депутат үҙ һайлаусыларының хоҡуҡтарын, иректәрен һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итеү сараларын күрә: уларҙан килгән тәҡдимдәрҙе, ғаризаларҙы һәм ялыуҙарҙы ҡарай, үҙ вәкәләттәре сиктәрендә уларҙағы мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм дөрөҫ хәл итеүгә булышлыҡ итә; граждандарҙы ҡабул итә; йәмәғәтселек фекерен өйрәнә һәм кәрәк булғанда тейешле дәүләт власы органдарына, урындағы үҙидара органдарына һәм йәмәғәт ойошмаларына тәҡдим индерә.

Депутат һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын, иректәрен һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итеүгә булышлыҡ иткәндә дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары менән бергәләп эш итә.

Депутаттың отчеттары граждандарҙың йәшәгән урыны буйынса ошо маҡсатта саҡырылған йыйылыштарҙа, ойошмаларҙа үткәрелә. Депутатҡа тейешле һайлау округы һайлаусылары алдында отчет биреү һәм улар менән осрашыуҙар өсөн кәрәкле шарттар тәьмин ителә.

Депутат Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән тәртиптә һайлаусылар тарафынан кире саҡыртып алынырға мөмкин.

10 статья. Депутат этикаһы

Депутат Дәүләт Йыйылышы тарафынан раҫланған депутат этикаһы ҡағиҙәләрен үтәргә бурыслы.

Депутаттарҙың депутат этикаһын боҙоуы, уларҙың билдәләнгән депутат бурыстарын үтәмәүе тураһындағы мәсьәләләр Дәүләт Йыйылышы Президиумы тәҡдиме буйынса Дәүләт Йыйылышының депутат этикаһы буйынса комиссияһы тарафынан ҡарала.

11 статья. Депутаттың килеме һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәттәр

Депутат закон менән билдәләнгән тәртиптә килеме һәм милек хоҡуғы нигеҙендә үҙенеке булған мөлкәт тураһында декларация бирә. Һалым инспекцияһы тикшереүе һөҙөмтәһендә асылған килемдәрен күрәләтә йәшереп ҡалдырыуға бәйле ҡағиҙә боҙоу тураһындағы мәғлүмәт Дәүләт Йыйылышы тәҡдиме буйынса рәсми баҫтырылып сығарылырға тейеш.

2-се бүлек

ДЕПУТАТТЫҢ ХОҠУҠТАРЫ ҺӘМ БУРЫСТАРЫ, УЛАРҘЫ ҒӘМӘЛГӘ АШЫРЫУ ТӘРТИБЕ

12 статья. Депутаттың закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы

Депутат закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына эйә, ул Дәүләт Йыйылышына закон проекттары һәм уларға төҙәтмәләр индереү рәүешендә ғәмәлгә ашырыла.

Депутаттарҙың билдәләнгән һанының кәмендә өстән бер өлөшөнән торған депутаттар төркөмө Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр индерә ала.

Ошо статьяның беренсе һәм икенсе өлөштәрендә һанап сығылған закондар сығарыу инициативалары билдәләнгән тәртиптә Дәүләт Йыйылышында мотлаҡ ҡаралырға тейеш.

Депутаттың закондар сығарыу инициативаһы хоҡуҡын ғәмәлгә ашырыу тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты менән билдәләнә.

13 статья. Депутаттың Дәүләт Йыйылышы ултырышында, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышының тейешле даими комитеттары, комиссиялары ултырыштарында ҡатнашыуы

Депутат Дәүләт Йыйылышы, шулай уҡ уның үҙе ағза булып торған даими комитеттар, комиссиялар ҡараған бөтә мәсьәләләр буйынса хәл иткес тауыш хоҡуғы менән файҙалана.

Депутат Дәүләт Йыйылышы, үҙе ағза булып торған Дәүләт Йыйылышының даими комитеты, комиссияһы ултырышында шәхсән ҡатнашлыҡ итә.

Дәүләт Йыйылышы, Дәүләт Йыйылышының тейешле даими комитеты, комиссияһы ултырышында ғәфү итерлек сәбәп менән ҡатнаша алмағанда, депутат был хаҡта көн элгәре Дәүләт Йыйылышы Рәйесенә, Дәүләт Йыйылышының даими комитеты, комиссияһы рәйесенә хәбәр итә.

13.1 статья. Депутаттың Дәүләт Йыйылышында депутат берләшмәләренең эшендә ҡатнашыуы

Кандидаттар исемлеге составында һайланған Дәүләт Йыйылышында депутат мандаттарын бүлешеүҙә ҡатнашҡан депутаттар, ошо статьяның өсөнсө өлөшөндә билдәләнгән осраҡтарҙан тыш, фракцияларға инәләр. Фракцияларға шулай уҡ бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайланған депутаттар һәм ошо статьяның 3-сө өлөшөндә күрһәтелгән сәйәси фирҡә кандидаттары исемлеге составында һайланған депутаттар инә ала.

Бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайланған депутаттар, шулай уҡ ошо статьяның 3-сө өлөшөндә күрһәтелгән сәйәси фирҡә кандидаттары исемлеге составында һайланған депутаттар, депутат төркөмдәрен ойошторорға хоҡуҡлы.

Сәйәси фирҡәнең эшмәкәрлеге уның бөтөрөлөүе йәки үҙгәртеп ҡоролоуы менән бәйле туҡтатылған осраҡта уның фракцияһының Дәүләт Йыйылышындағы эшмәкәрлеге, шулай уҡ депутаттарҙың был фракцияла ағза булыуы Федераль закон менән билдәләнгән тәртиптә туҡтатыла.

14 статья. Депутат запросы

Депутаттың Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының вазифалы кешеләренә, ойошмалар етәкселәренә ошо органдарҙың вазифалы кешеләре компетенцияһына ингән мәсьәләләр буйынса яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеүе депутат запросы тип иҫәпләнә.

Запрос ебәрелгән орган йәки вазифалы кеше, запросты алған көндән башлап 15 көндән дә һуңға ҡалмайынса, уға яҙма рәүештә яуап бирергә тейеш. Әгәр запросты ҡарау өсөн махсус тикшереү үткәреү, өҫтәмә материалдар һоратып алыу кәрәк булған осраҡта запросҡа яҙма рәүештә яуап биреү срогы ошо запрос ебәрелгән органдың етәксеһе йәки вазифалы кеше тарафынан алынған көндән башлап, был турала депутатҡа хәбәр ителеп, 30 көнгә тиклем оҙайтыла ала.

15 статья. Депутаттың вазифалы кешеләр тарафынан кисекмәҫтән ҡабул ителеүгә хоҡуғы

Депутаттар депутатлыҡ эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының, Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан ойошмаларҙың, йәмәғәт берләшмәләренең етәкселәре һәм башҡа вазифалы кешеләре тарафынан кисекмәҫтән ҡабул ителеү хоҡуғы менән файҙалана.

16 статья. Депутаттың мәғлүмәт алыуға һәм таратыуға хоҡуғы

Депутат билдәләнгән тәртиптә Дәүләт Йыйылышы, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары тарафынан ҡабул ителгән документтар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары тарафынан рәсми таратыла торған документтар, мәғлүмәт һәм белешмә материалдары менән тәьмин ителә.

Депутат үҙ эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса "Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген дәүләт киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу тәртибе тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы менән ҡаралған тәртиптә дәүләт киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһарға хоҡуҡлы.

17 статья. Депутаттың бурыстары

Депутат түбәндәгеләргә бурыслы:

1) Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын, Рәсәй Федерацияһы закондарын һәм Башҡортостан Республикаһы закондарын үтәргә;

2) һайлаусыларға үҙенең эшмәкәрлеге һәм Дәүләт Йыйылышының эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итергә;

3) округта һайлаусыларҙы ҡабул итергә;

4) депутат этикаһы нормаларын үтәргә;

5) Дәүләт Йыйылышы, үҙе ағза булып торған Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары эшендәҡатнашырға;

6) ошо Закон менән билдәләнгән башҡа положениеларҙы үтәргә.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутат Дәүләт Йыйылышында билдәләнгән эске тәртип ҡағиҙәләрен, хеҙмәте буйынса мәғлүмәт һәм документтар менән эшләү тәртибен үтәргә бурыслы.

18 статья. Депутаттың Дәүләт Йыйылышы, Дәүләт Йыйылышы Президиумы, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары йомоштарын үтәүе

Депутат уға үҙ компетенцияһы сиктәрендә ҡушылған Дәүләт Йыйылышы, Дәүләт Йыйылышы Президиумы, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, комиссиялары йомоштарын үтәргә бурыслы.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар депутаттарға депутатлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итергә бурыслы.

Депутат Дәүләт Йыйылышына, Дәүләт Йыйылышы Президиумына, Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарына, комиссияларына йомоштарҙы үтәү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт бирә.

3-сө бүлек

ДЕПУТАТ ЭШМӘКӘРЛЕГЕНЕҢ ТӨП ГАРАНТИЯЛАРЫ

19 статья. Депутаттың тейелгеһеҙлеге

Дәүләт Йыйылышы депутаты федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙа һәм тәртиптә тейелгеһеҙлеккә эйә.

20 статья. (Ғәмәлдән сыҡты.)

21 статья. Депутатҡа имгәнеү йәки һаулығына башҡа төрлө зарар килтерелгән өсөн компенсация

Депутат имгәнеп йәки һаулығына башҡа төрлө зарар яһалып, был уның хеҙмәткә һәләтлелеген тотороҡло юғалтыуға килтергән осраҡта, уға ай һайын хеҙмәткә түләүҙең утыҙ минималь күләме һәм тәғәйенләнгән пенсия араһындағы айырма күләмендә компенсация түләнә.

Әгәр депутатҡа килтерелгән зарар, закон менән ҡаралған тәртиптә уның депутатлыҡ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуыменән бәйләнмәгәнлеге асыҡланһа, был норма ҡулланылмай.

22 статья. Дәүләт Йыйылышында депутатлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу ваҡытына депутатты производство йәки хеҙмәт вазифаларын үтәүҙән бушатыу

Депутат профессиональ даими нигеҙҙә депутатлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу ваҡытына Дәүләт Йыйылышына эшкә күсерелеү тәртибендә үҙенең ғаризаһы буйынса элекке эш урынынан йәки хеҙмәтенән бушатылырға тейеш.

23 статья. Үҙ вәкәләттәрен төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса башҡарған депутатты производство йәки хеҙмәт вазифаларын үтәүҙән бушатыу

Үҙ вәкәләттәрен төп производство йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмайынса башҡарған депутатты производство йәки хеҙмәт вазифаларын үтәүҙән бушатыу Дәүләт Йыйылышына саҡырыу тураһында рәсми белдереү ҡағыҙынигеҙендә тормошҡа ашырыла. Башҡа төрлө документтар талап ителмәй.

24 статья. Депутаттың хеҙмәт хоҡуҡтары гарантиялары

(Беренсе өлөш ғәмәлдән сыҡты.)

(Икенсе өлөш ғәмәлдән сыҡты.)

Вәкәләттәрен профессиональ даими нигеҙҙә тормошҡа ашырған депутат, Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылған осраҡта, шулай уҡ депутатлыҡ вәкәләттәре срогы тамамланғандан һуң, Дәүләт Йыйылышына һайланмаған осраҡта депутатлыҡ вәкәләттәре туҡтаған көнгә үҙенең айлыҡ эш хаҡы күләмендә бер тапҡыр түләнә торған аҡса пособиеһы алырға хоҡуҡлы. Был түләүҙәр Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә башҡарыла.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттың вәкәләттәр срогы дөйөм һәм өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажына һәм һөнәре буйынса эш стажына индерелә. Шул уҡ ваҡытта өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы депутатлыҡ вәкәләттәре бөткәндән һуң алты ай эсендә эшкә урынлашҡан осраҡта һаҡлана.

25 статья. Депутатҡа үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн матди-финанс шарттар тәьмин итеү

Депутатҡа депутатлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдар ай һайын Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә 5 мең һум күләмендә ҡаплана.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттарға эш хаҡы Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи акты менән билдәләнә һәм Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Депутаттың депутатлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға бәйле үҙенең даими йәшәү урынынан ситтә, ҡунаҡханала йәки ялланған торлаҡ йортта йәшәүе буйынса сығымдары ҡаплана.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе һәм Өфө ҡалаһында даими йәшәү урыны булмаған депутатҡа вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу осорона ғаилә ағзалары менән йәшәү өсөн уның ғаризаһы буйынса торлаҡ закондарына ярашлы хеҙмәт торлаҡ майҙаны бирелә йәки ялланған торлаҡ йорт өсөн сығымдар ҡаплана. Хеҙмәт торлаҡ йорт, коммуналь хеҙмәтләндереү, телефон өсөн абонент хаҡы, ҡала-ара һөйләшеүҙәр өсөн түләү депутаттың шәхси средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Депутат вәкәләттәрен һалғандан һуң бер ай эсендә торлаҡ йортто бушата, ә торлаҡ йортто яллаған өсөн сығымдарҡаплатылғанда, был сығымдарҙы ҡаплау вәкәләттәр һалғандан һуң бер ай үткәс туҡтатыла.

Депутатҡа һәм уның менән йәшәгән ғаилә ағзаларына медицина хеҙмәтләндереүе тәьмин ителә.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутатҡа һәм уның ғаилә ағзаларына депутатлыҡ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн Өфө ҡалаһына күсеү менән бәйле сығымдар, шулай уҡ уның вәкәләттәре туҡтатылғандан һуң даими йәшәү урынына күсеү менән бәйле сығымдар ҡайтарыла.

Өфө ҡалаһына күскәндә профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутатҡа һәм уның ғаилә ағзаларына: депутатҡа – депутаттың айлыҡ эш хаҡының 0,5 күләмендә, уның һәр бер күсеп килеүсе ғаилә ағзаһына – күрһәтелгән айлыҡ эш хаҡының 0,25 күләмендә бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие түләнә.

Күрһәтелгән средстволарҙы һәм пособиеларҙы түләү, әгәр депутаттың ғаилә ағзалары Өфө ҡалаһына торлаҡ йорт бирелгән көндән алып бер йыл үткәнгә тиклем күскән осраҡта, уларҙың ошо торлаҡ йортта даими торған урын булараҡ теркәлеүе шарты менән тормошҡа ашырыла.

26 статья. Депутаттың транспорт хеҙмәтләндереүенә хоҡуғы

Башҡортостан Республикаһынан ситкә киткәндә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы территорияһында йөрөгәндә депутат юлда йөрөү документтарын сиратһыҙ алыу хоҡуғы менән файҙалана. Шәхескә таныҡлыҡ белдереүсе документты һәм депутатлыҡ танытмаһын күрһәткәндә Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан транспорт ойошмаларының билет кассалары юлда йөрөү документтарын депутатҡа сиратһыҙ бирергә тейеш.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутатҡа депутатлыҡ вәкәләттәрен үтәү менән бәйле сәфәрҙәр өсөн заявка буйынса хеҙмәт автотранспорты бирелә.

27 статья. Депутаттың йыл һайын бирелә торған отпускыһы

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутатҡа "Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифалары тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы йыл һайын бирелә торған түләүле отпуск бирелә.

(Икенсе өлөш ғәмәлдән сыҡты.)

28 статья. Депутаттың эшмәкәрлеген матди тәьмин итеүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплау

Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының, ойошмаларҙың депутаттың эшмәкәрлеген матди тәьмин итеүгә бәйле сығымдары Башҡортостан Республикаһының тейешле йылға бюджеты тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Законы менән ҡаралған средстволар иҫәбенә ҡаплана.

29 статья. Депутатҡа хеҙмәт бинаһы биреү

Һайлау округында эшләү осоронда һайлаусыларҙы ҡабул итеү өсөн депутатҡа тейешле һайлау округы территорияһында мебель, телефон элемтәһе менән йыһазландырылған бина бирелә. Был бинаның аныҡ урыны депутат менән килешеү буйынса урындағы үҙидара органдары тарафынан билдәләнә.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутатҡа Дәүләт Йыйылышы йортонда мебель, оргтехника һәм телефон элемтәһе менән йыһазландырылған хеҙмәт урыны бирелә.

Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутат Дәүләт Йыйылышы бинаһында депутатлыҡ вәкәләттәрен үтәү менән бәйле бушлай ҡала-ара телефон һөйләшеүҙәренә хоҡуҡлы.

Депутаттарҙың депутатлыҡ вәкәләттәрен үтәү менән бәйле почта буйынса ебәрелгән әйберҙәр өсөн түләү ошо Закондың 25 статьяһының беренсе өлөшөндә ҡаралған средстволар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

30 статья. Депутаттың ярҙамсылары

Һайлау округында үҙенең депутатлыҡ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү өсөн депутат биштән артыҡ булмаған ярҙамсылар тота ала.

Депутат ярҙамсыһы эште йәмәғәт башланғысында башҡара.

Депутат ярҙамсыһы һайлау округында эшләү өсөн билдәләнгән өлгөләге танытма ала.

31 статья. Депутат ярҙамсыһының хоҡуҡтары һәм бурыстары

Вазифа бурыстарын үтәү менән бәйле депутат ярҙамсыһы түбәндәге хоҡуҡтарға һәм бурыстарға эйә:

а) һайлаусыларҙы һәм башҡа кешеләрҙе ҡабул итеүҙе, шулай уҡ депутатҡа инергә теләүселәрҙе теркәүҙе тормошҡа ашырырға;

б) депутаттың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарынан, урындары үҙидара органдарынан, йәмәғәт берләшмәләренән, ойошмаларҙан уның вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк булған документтарҙы, шулай уҡ мәғлүмәт һәм белешмә материалдарын алырға;

в) почта һәм телеграф аша депутатҡа ебәрелгән корреспонденцияны алырға.

4-се бүлек

ОШО ЗАКОН ТАЛАПТАРЫН ҮТӘМӘГӘН ӨСӨН ЯУАПЛЫЛЫҠ

32 статья. Депутаттың эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙа ҡаршылыҡтар тыуҙырған өсөн яуаплылыҡ

Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының, ойошмаларҙың, йәмәғәт берләшмәләренең вазифалы кешеләренең һәм башҡа хеҙмәткәрҙәренең ошо Закон положениеларын үтәмәүе, шул иҫәптән күрәләтә ялған мәғлүмәт биреүе йәки мәғлүмәтте ошо Закон менән ҡуйылған сроктарҙа һәм тәртиптә бирмәүе закондар тарафынан ҡаралған яуаплылыҡҡа килтерә.

33 статья. Депутатҡа нигеҙһеҙ йоғонто яһаған өсөн яуаплылыҡ

Депутатҡа, уның ғаилә ағзаларына һәм башҡа туғандарына көс ҡулланыуҙа йәки көс ҡулланыу менән янауҙа сағылған, уның депутат сифатында эшмәкәрлеген туҡтатыу йәки эшмәкәрлегенең характерын үҙгәртеү маҡсатында нигеҙһеҙйоғонто яһау закондар тарафынан ҡаралған яуаплылыҡҡа килтерә.

34 статья. Депутатҡа ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән өсөн яуаплылыҡ

Депутатҡа ҡарата кемдең дә булһа Дәүләт Йыйылышын асыҡтан-асыҡ кәмһетеп ҡарауын дәлилләүсе ғәмәлендә сағылған ихтирамһыҙлыҡ закондар менән ҡаралған яуаплылыҡҡа килтерә.

5-се бүлек

ЙОМҒАҠЛАУ ПОЛОЖЕНИЕЛАРЫ

35 статья. Ошо Закондың көсөнә инеүе

Ошо Закон яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы эш башлаған көндән көсөнә инә.

36 статья. Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи акттарын ошо Законға ярашлы хәлгә килтереү

Ошо Закон рәсми баҫылып сыҡҡан көндән 1995 йылдың 11 июлендәге 2-з һанлы "Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутатының статусы тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законының 18 статьяһы ғәмәлдән сығыуын танырға (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 1995, № 8 (38), ст. 286; "Республика Башкортостан" гәзите, 2002 йылдың 11 декабре, № 242).

Ошо Закон көсөнә ингән көндән түбәндәге закондарҙың ғәмәлдән сығыуын танырға:

1995 йылдың 11 июлендәге 2-з һанлы "Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутатының статусы тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законы (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 1995, № 8 (38), ст. 286);

2002 йылдың 25 ноябрендәге 362-з һанлы "Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутатының статусы тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законы ("Республика Башкортостан" гәзите, 2002 йылдың 11 декабре, № 242).

Башҡортостан Республикаһы Президентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә үҙҙәренең норматив хоҡуҡи акттарын ошо Законға ярашлы хәлгә килтереүҙе тәҡдим итергә.

Башҡортостан Республикаһы

Президенты М. Рәхимов

Өфө, Республика Йорто

2003 йылдың 14 марты

№ 479-з

Өҫкә