На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы граждандары!

Дәүләт һәм ижтимағи тормошто бергәләп ҡороу мәсьәләһен хәл итергә тейешле кешеләр йәмғиәте барлыҡҡа килеү менән кеше хоҡуҡтары һәм азатлыҡтарын күҙәтеү мохтажлығы, уларға дәүләт гарантиялары булдырыу кәрәклеге килеп тыуа. Цивилизациялы дәүләттең демократик институты булған һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау өсөн эшләргә тейешле Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил булдырыуҙың һәм уның эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең мөһимлеге тап ошонда сағыла.

Был институт Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Республикаһында барлыҡҡа килде һәм, хаҡлы рәүештә, халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡының мәнфәғәтендә Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең граждандар менән хеҙмәттәшлеге артабан да дауам итер тип өмөтләнәм.

Һеҙ бында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең эшмәкәрлеге, уның эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәре, кеше хоҡуҡтарын яҡлауҙың формалары һәм методтары тураһында файҙалы мәғлүмәттәр, йыл йомғаҡтары буйынса отчеттар һәм махсус докладтар табырһығыҙ тип ышанам.

Ихтирам итеп,

Башҡортостан Республикаһында
Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил,

Ҡәйүмов Р.Ф.

Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ҡәйүмов Рим Фидай улы 1963 йылдың 1 июнендә Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Дмитриевка ауылында тыуа. Юғары белемле - Өфө авиация институтын (1987), Башҡорт дәүләт университетын (1996) тамамлай.

1989-1990 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Пермь юғары курстарында уҡый. 1990-1991 йылдарҙа милицияның иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш органдарында эшләй. 1991-1995 йылдарҙа БАССР Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәр буйынса идаралығында вәкил, мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченный булып эшләй.

1995-2002 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлек мөдире урынбаҫары, район-ара бүлек мөдире вазифаһын башҡара.

2002-2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәр идаралығында мөдир урынбаҫары, яғыулыҡ энергетика комплексында енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлеге мөдире булып эшләй.

2005-2009 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы мөдире.

2009 йылдың 25 февралендә Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил булып тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 

Өҫкә