На главную Подписка RSS Карта сайта Тел:
Башкирская версия Русская версия
2012 йылдың 18 майы Баҫма өсөн версия

Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә граждандарҙың мөрәжәғәт итеү тәртибе

Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы кеше һәм гражданин хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлауҙы гарантиялау маҡсатында булдырыла.

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен һәм маҡсатын билдәләгән “Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына таяна. Был Законға ярашлы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил граждандарҙың ғаризаларын һәм ялыуҙарын тикшереү, республикала кеше хоҡуҡтарының һәм иркенең үтәлеше өлкәһендәге хәл тураһындағы мәғлүмәттәрҙе республиканың дәүләт власы органдарына еткереп тороу хоҡуғына эйә. Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ҡарарҙары тәҡдим характерында булыуға ҡарамаҫтан, тәжрибә уларҙың күпселегенең үтәлеүен күрһәтә.

Билдәләп үтергә кәрәк, мөрәжәғәт иткән һорауҙарҙың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил компетенцияһына инмәүе, законға нигеҙләнмәүе тураһында уйланып тормай, күп кешеләр Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил халыҡ мәнфәғәттәрен бөтә яҡлап яҡлаусы, уларҙың барлыҡ теләктәрен ҡәнәғәтләндереүсе ярҙамсы булараҡ ҡабул итә – Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил адресына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы, матди ярҙам күрһәтеүҙе, төрлө финанс пирамидаларына һалып юғалтылған аҡсаларҙы кире ҡайтарыуҙы, суд эштәренә ҡыҫылыуҙы һорап яҙған ялыуҙар шуны күрһәтә. Бындай мөрәжәғәттәрҙең Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил компетенцияһына инмәүе тураһында еткерәбеҙ һәм "Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында" Закондың ҡайһы бер аспекттарын һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил адресына килгән ялыуҙарға талаптар тураһында яҙыуҙы кәрәк тип табабыҙ.

Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында" Законына ярашлы:

- Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы граждандарының, сит ил граждандарының һәм гражданлығы булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоу тураһындағы ялыуҙарҙы тикшерә;

- Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил дәүләт органдарының, урындағы үҙидара органдарының, вазифалы кешеләрҙең граждандар ғаризаларын хәл итеүгә (хәл итмәүгә) ҡарата бирелгән ялыуҙарҙы тикшерә.

Ялыу буйынса тикшереү үткәргәндә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил түбәндәге хоҡуҡтарға эйә:

- Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдарына, урындағы үҙидара органдарына ҡаршылыҡһыҙ инеү, уларҙың коллегиаль органдары ултырыштарында булыу, ойошмаларға, йәмәғәт (йәмғиәт) берләшмәләренә ҡаршылыҡһыҙ инеү;

- ялыуҙы тикшереү өсөн дәүләт органдарынан, урындағы үҙидара органдарынан, вазифалы кешеләрҙән кәрәкле материалдар һәм документтар һорау;

- вазифалы кешеләрҙән ялыуҙы тикшереү барышында асыҡланырға тейешле һорауҙар буйынса аңлатмалар алыу;

- үҙ аллы йәиһә дәүләт органдары, вазифалы кешеләр менән берлектә дәүләт органдарының, урындағы үҙидара органдарының, вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеген тикшереү;

- ялыуҙы тикшереү барышында асыҡланырға тейешле һорауҙар буйынса компетенцияһы булған Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарына эксперт тикшеренеүҙәре үткәреүҙе, һығымталар әҙерләүҙе йөкмәтеү.

Законға ярашлы рәүештә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ялыу биргәндә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

- ялыуҙа ялыу биреүсенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, уның хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоу хәле ентекләп яҙылырға, шулай уҡ, уның ялыуы буйынса суд тәртибендә йә административ тәртиптә ҡаралып ҡабул ителгән ҡарарҙың күсермәһе булырға тейеш;

- ялыу ялыу биреүсенең хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоу көнөнән, йә был турала белгән көндән алып бер йыл эсендә бирелергә тейеш.

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил компетенцияһына граждандар араһындағы хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе хәл итеү инмәй. Уның шулай уҡ суд органдарының тикшереү эштәренә ҡыҫылыу хоҡуғы юҡ. Сөнки суд власының үҙ аллылығы һәм судьяларҙың бойондороҡһоҙлоғо Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы тарафынан рәсми рәүештә иғлан ителгән.

Килгән ялыу буйынса вәкил түбәндәге тәртиптә эш итә:

- ялыуҙы тикшереү өсөн ҡабул итә;

- ялыу яҙыусыға уның хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау өсөн ҡулланырға мөмкин булған сараларҙы аңлата;

- мәсьәләне хәл итеү өсөн ялыуҙы дәүләт органына, урындағы үҙидара органына йәиһә вазифалы кешегә тапшыра;

- ялыуҙы тикшереүҙән баш тартҡан хәлдә, баш тартыуҙың нигеҙен аңлата.

Граждандар иғтибарына белешмә

Кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау буйынса аңлатмаларҙы һәм тәҡдимдәрҙе Һеҙ эш көндәрендә көн һайын 9.00–13.00 һәм 14.00–18.00 сәғәттәрҙә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты белгестәренән телефон аша ала алаһығыҙ.

Почта буйынса ялыуҙы Һеҙ Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә түбәндәге адрес буйынса ебәрә алаһығыҙ:

450000, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46.

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил халыҡты айҙың һәр беренсе шишәмбеһендә Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, 5-се ҡат, 502-се кабинет адресы буйынса ҡабул итә.

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты белгестәре халыҡты һәр аҙна шишәмбе һайын Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, 1-се ҡат, граждандарҙы ҡабул итеү кабинеты адресы буйынса ҡабул итә.

Өфө ҡалаһында ҡабул ителеүгә яҙылыу һәр айҙың беренсе көнөнән (347) 250-44-62 телефоны буйынса башҡарыла.

Бәйләнеш өсөн телефондар:

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил: (347) 250-44-62

Ҡабул итеү бүлмәһе: (347) 250-44-62

Факс (347) 250-17-52

47-96

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса бүлек мөдире (347) 250-08-43 46-53

Баш консультант (347) 250-67-58 52-16

Әйҙәүсе консультант (347) 250-44-30 52-16

e-mail: ombudsman@gsrb.ru

Өҫкә